ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 10.10.2016

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә донъя энергетика конгрессында ҡатнашыу өсөн бөгөн Истамбулға килде. Форум сиктәрендә дәүләт башлығының Төркиә һәм Венесуэлла етәкселәре менән фекер ашыуы ла  ҡаралған. Рәжәп Эрдоган менән осрашыуҙа яҡтар ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, шулай уҡ Сүриәләге сыуалыштар буйынса аныҡ тәҡдимдәрен еткерәсәк. Энергетика конгрессы 13 октябргә тиклем дауам итә.  

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев «Башнефть»тең 50 процент контроль пакет акцияларын «Роснефть» компанияһына 329 миллиард 690 миллион һумға һатыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Был турала ул бөгөн вице-премьерҙар менән осрашыуҙа белдергән. Һатыуҙан килгән аҡсалар 14 октябргә тиклем илдең быйылғы бюджетын тулыландырыуға йүнәлтелә.    

ХХХ
Ҡытайҙың Чжэцзян ҡалаһында 4 торлаҡ йорт ишелеп төшкән. Уларҙың береһе тулыһынса емерелгән. Ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан 10 кешенең кәүҙәһен сығарған.  Фажиғә урынында ҡотҡарыу эштәре көнө буйы дауам иткән. Тикшереүҙәр барышында, йорттарҙың урындағы крәҫтиәндәр тарафынан законһыҙ төҙөлөүе һәм эшселәргә ҡуртымға бирелеүе асыҡланған.  

ХХХ
Аргентинала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хоҡуҡтарын митингта яҡлап сығыш яһаған. Улар гүзәл  заттарға ҡарата мөнәсәбәттең саманан тыш ҡаты булыуына  ризаһыҙлыҡ белдерә. Әммә урам акцияһында ҡатнашыусыларҙың был ҡылығын урындағы етәкселек өнәп етмәгән. Шуға ла полиция хеҙмәткәрҙенә ҡуҙғыған халыҡты резиналы пуля һәм күҙ йәшен сығарыусы газ ярҙамында тынысландырырға тура килгән.  

ХХХ
Донъя тарихында тәүге тапҡыр футболсыға йәшел карточка күрһәтелде. Үҙенсәлекле ваҡиға Италияла теркәлде. Кристиано Галано типкән туп ҡапҡанан ситкә оса. Уйындың баш судьяһы бер икеләнеүһеҙ мөйөшкә күрһәтә. Әммә футболсы дәғүәселәрҙең тупҡа ҡағылмауын белдерә һәм судъяның хатаһын төҙөтә. Ғәҙел уйын өсөн Кристиано йәшел карточкаға лайыҡ була. Бындай яңылыҡ быйылғы миҙгелдән Италияның Б серияһында ғәмәлгә ашырыла башланы. Иң күп Грин-карта йыйған футболсы йыл аҙағында махсус приз менән бүләкләнәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика