ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 08.07.2016

Далласта билдәһеҙ кешеләр хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ут асҡан. Атыш һөҙөмтәһендә биш полицейский һәләк булған, тағы ла етәүһе йәрәхәтләнгән. Был ваҡытта урындағы халыҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең башбаштаҡлығына ҡаршылыҡ белдереп ризаһыҙлыҡ акцияһына сыҡҡан булған. Сөнки уҙған аҙнала власть вәкилдәре бер ниндәй сәбәпһеҙ ҡара тәнле ике Америка кешеһен атып үлтергән.    

Тайвань утрауының Тайбэй ҡалаһы метроһында бер нисә шартлау яңғыраған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә кәмендә 20 кеше зыян күргән. Ваҡиға урынына шунда уҡ тиҫтәләрсә ашығыс ярҙам һәм янғын һүндереүселәр килә. Әле урындағы полиция фажиғәлә ғәйепләнеүсе 40 йәштәр тирәһендәге ирҙе эҙләй. Уның вагондарҙың береһендә билдәһеҙ сумка ҡалдырып китеүе билдәле.

ХХХ
Индонезияла өс көнгә һуҙылған автомобилдәр тығыны ваҡытында 12 кеше һәләк булған. Улар араһында оло быуын вәкилдәре һәм бер йәшлек бала бар. 20 километр оҙонлоҡтағы тығын Үҙәк Ява провинцияһының Бребес ҡалаһында теркәлә. Ул көндө урындағы мосолмандар  Рамаҙан айынының тамамланыуын байрам  итеү өсөн ситкә ҡалаға йүнәлгән булған. Табиптар үлем осраҡтарының сәбәбен эҫе көндә саманан тыш арыу, шунлыҡтан  һаулыҡтың кинәт киҫкенләшеүе менән аңлатҡан.    

ХХХ
Бөгөн Ҡыҙыл майҙандан «Ебәк юл» исеме аҫтында халыҡ-ара ралли старт алды. Ике аҙна ярым эсендә улар 10 мең самаһы саҡрым юл үтеп  Пекинға  тиклем барып етәсәк. Оҙайлы маршрут Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Ҡытайҙың 15 ҡалаһы, шул иҫәптән Урал тауҙары аша үтә. Алыҫ юлға  110 внедорожник һәм 27 йөк автомобиле сыҡҡан.  Уҙышсылар йәкшәмбе Өфөгә килеп етә.

ХХХ
Александр Кокорин  бөгөн көйәрмәндәрҙән һәм үҙҙәре уйнаған клуб етәкселәренән ғәфү үтенде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек  интернет селтәрҙәрендә  Рәсәй футболсылары  Александр Кокорин менән  Павел Мамаевтың  Монте-Карло клубтарының береһендә нисек байрам итеүҙәре тураһында видеояҙма барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шампан шарабы өсөн генә улар 250 мең евро түләгән.  Бөгөнгө курс менән был 18 миллион һум самаһы. Футболсыларҙың бындай ҡылығынан һуң  Рәсәй халҡы уларға нәфрәт менән ябырылды. Әле Александр Кокорин «Зенит-2», ә Павел Мамаев «Краснодар»ҙың  йәштәр командаһына күсерелде. Улар шулай уҡ ҙур күләмдәге эш хаҡтарын да юғалтасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика