ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 07.10.2016

Киләһе йылдан әйләнешкә сығасаҡ яңы аҡсаларҙа Севастополь менән Ҡазан ҡалалары урын аласаҡ.  Онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре бөгөн иғлан ителде. Тәүге биш  төбәк исемлегенә шулай уҡ  Алыҫ Көнсығыш, Сочи менән Волгоград инде. Иҫтәлекле урындарҙы һайлау өс этапта барҙы. Рәсәй халҡы тәүге тапҡыр 200 һәм 2 мең һумлыҡ купюраларҙа үҙҙәре тәҡдим иткән символдар өсөн тауыш бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйгелә Салауат Юлаев һәйкәле лә ҡатнашҡайны. Әммә милли батырыбыҙҙың һыны икенсе этапта етерлек күләмдә мәрәй йыя алманы.

Грузия сәйәсмәндәре тура эфирҙа Рәсәй өсөн һуғышҡан. Урындағы телеканалдарҙың береһендә барған дебаттар ваҡытында Ираклий Глонти үҙенең дәғүәсеһе Заза Агладзены Рәсәй мәнфәғәттәре өсөн эш итеүҙә ғәйепләй. Яуап итеп депутатлыҡҡа кандидаттар араһында оло ғауға сыға. Алып барыусы ҡатын ҡыҙыу сәйәсмәндәрҙе уңышһыҙ айырырға маташа. Һөҙөмтәлә ул тапшырыуҙы ваҡытынан алда туҡтатырға мәжбүр була. Грузиялағы парламент һайлауҙары иртәгә үтә.  

ХХХ
Бельгияның профсоюз ойошмалары эш урындарындағы ҡыҫҡартыуҙарға ризаһыҙлыҡ белдерә. Бөгөн үткән ҡаршылыҡ акцияһы ҡала йәмәғәт транспорты хәрәкәтендә һәм Брюссель аэропорты эшмәкәрлегендә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Европа ҡалаларына осоусы күп кенә самолеттарҙың рейсы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгән. Бер үк ваҡытта пассажирҙарға үҙҙәре менән ҡулға тоторлоҡ әйберҙәр генә алырға кәңәш ителгән. Сөнки багаж бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ хоҡуҡтарын ҡаршылыҡ акцияһында яҡлай.    

ХХХ
Нью-Йорктың Манхэттен күперенә билдәһеҙ кешеләр Рәсәй Президентының фотоһүрәте төшөрөлгән баннер элгән. Уның аҫтында «Тыныслыҡ урынлаштырыусы» тигән яҙыу ҙа ҡалдырылған. Яҡынса бер сәғәттән һуң полиция хеҙмәткәрҙәре плакатты алып ташлаған. Ошондай уҡ баннер иртәнге сәғәттәрҙә Мәскәүҙең Ҡырым күперендә лә барлыҡҡа килгән. Күптәр үҙенсәлекле акцияны Владимир Путиндың бөгөн билдәләнгән тыуған көнөнә бәйләй.

ХХХ
9 октябрҙә Краснодарҙа Рәсәй футболсылары Коста-Рика йыйылма командаһын ҡабул итә. Иптәштәрсә уйында еңеү яулаған осраҡта ватандаштарыбыҙ 36 миллион һум күләмендә премия аласаҡ. Был сумма тренерҙар, администраторҙар һәм заякалағы 23 футболсы араһында тигеҙ бүленәсәк. Әлеге ваҡытта Коста-Рика командаһы ФИФА рейтингында 18-сы урынды биләй. Рәсәй вәкилдәре уларҙан 20 баҫҡысҡа ҡалыша.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика