ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 12.05.2016

Сүриәләге операция Рәсәй Ҡораллы көстәрендәге  етешһеҙлектәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Был турала Владимир Путин  оборона сәнәғәте комплексына арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Ул хаталар өҫтөндә эшләргә ҡушты. Һәр осраҡты ентекле тикшереп етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бойорҙо.

Төркиәнән йәшелсә-емеш индереү тулыһынса тыйылыуы ихтимал. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте әле ошо туралағы ҡарар әҙерләй. Сикләүҙәр тәү сиратта һатыуға сығарылған тауарҙа карантин объекттары табылыуы менән бәйле, тип аңлатма биргән ведомство етәксеһе урынбаҫары Юлия Швабаускене.

ХХХ
Бразилия сенатында  Президент Дилма Русефҡа ҡарата импичмент иғлан итеү саралары тураһында ҡарар тауыш биреүгә сығарылды. Тәҡдимде 55 сенатор хуплаған, 22-һе ҡаршы тауыш биргән. Документ нигеҙендә Дилма Русеф власттан ваҡытлыса сикләтелә. Президент яҙмышындағы хәл иткес тикшереү ярты йыл самаһы дауам итәсәк.

ХХХ
Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдаттағы шартлауҙарҙа кәм тигәндә 93 кешенең ғүмере өҙөлдө. Бомба тейәлгән тәүге автомобиль ҡаланың Садр биҫтәһендә һауаға осто, артабан ике шартлау Кадхимиә һәм Джәмиә райондарында яңғыраны. Террор ғәмәлдәренең өсөһө лә кеше күпләп йөрөгән урындарҙа ғәмәлгә ашырылды тип хәбәр итә ВВС.

ХХХ
Бөйөк Британия властары коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте ҡәтғиләштереү яҡлы. Был өлкәне көйләүсе законға индереләсәк төҙәтмәләр һалым түләүҙән ҡасыу һәм йәшерен аҡса күсереү менән шөғөлләнеүсе ойошма етәкселәрен енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы күҙаллай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика