ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 05.10.2016

Рәсәйҙең етенсе саҡырылыштағы парламенты бөгөн үҙенең тәүге пленар ултырышына йыйылды. Йола буйынса, кәңәшмәне асыу хоҡуғы түбәнге палатаның иң оло йәштәге депутатына тапшырылды. Был мөмкинлек Коммунистар партияһы ағзаһы  Жорес Алферовҡа бирелде. Халыҡ һайланыусылары алдында Рәсәй Президенты Владимир Путин да сығыш яһаны. Кәңәшмәлә Дәүләт Думаһының етәкселек итеү вазифалары бүленде, иҡтисад һәм тышҡы сәйәсәткә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Ултырыш депутаттар тарафынан дәүләт гимнын башҡарыу менән тамамланды.    

Яҡын киләсәктә Рәсәй менән Мысыр берлектәге хәрби йыйындар ойоштормаҡсы. Бының өсөн көньяҡ илгә десантсылар, Ил-76 самолеттары һәм техникалар оҙатыласаҡ.  Уҡыуҙар барышында яҡтар сүллек шарттарында террорсыларға ҡаршы көрәштә яңы алымдар үҙләштерәсәк.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй ике ил араһында тәүге тапҡыр хәрби-диңгеҙ йыйындары үткәйне. Ул ваҡытта төп иғтибар  караптар һәм авиация ярҙамында һыу юлдарын һаҡлауға йүнәлтелде.  

ХХХ
Тбилиси үҙәгендә урындағы парламент депутаты, Михаил Саакашвилиның фекерҙәше Гиви Таргамадзеның  автомобилен шартлатҡандар. Ғәҙәттән тыш хәлдә чиновник үҙе зыян күрмәгән, әммә эргәләге маршрут автобусының водителе һәм тағы ла өс кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Урындағы телевидение эфирында Гиви Таргамадзе транспорттың ситтән идара итеү ҡоролмаһы ярҙамында шартлатылыуын белдергән.  Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ
Японияның Кюсю утрауына диңгеҙ ҡойоны яҡынлаша. Шунлыҡтан бөгөн йөҙҙән ашыу самолет һауаға күтәрелә алмаған. Урындағы авиакомпания етәкселеге  пассажирҙарҙы интернет аша рейстарҙың ваҡыты менән даими танышып барырға саҡыра. Синоптиктар фаразлауынса, ҡойондоң тиҙлеге секундына 50 метрға тиклем етеүе ихтимал.

ХХХ
Германияла донъялағы иң ҙур елкән яхтаһы диңгеҙ гиҙергә сыҡты. Һыу судноһының хужаһы тип Рәсәй миллиардеры Андрей Мельченко иҫәпләнә. NDR телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, 143 метрлыҡ яхта Киле ҡалаһы портынан ҡуҙғалған. Яҡын көндәрҙә елкәндәрҙең автоматлаштырылған системаһы Балтика диңгеҙендә һынау үтәсәк.  Мачталарҙың бейеклеге йөҙ метрға еткән судноның хаҡы 400 миллион евро тип баһалана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика