ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 18.03.2016

Рәсәй Президенты Владимир путин Бөгөн Керчь күпере төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышты. Был обьект Ҡырым ярымутрауын илдең башҡа төбәктәре менән тоташтырасаҡ. Владимир Путин билдәләүенсә, проектты ғәмәлгә ашырыу тарихи миссияны үтәргә форсат бирәсәк.  

Рәсәй банкы бөгөн «Старбанк» коммерция банкының лицензияһын ғәмәлдән сығарҙы. Финанс регуляторҙың мәғлүмәтендә билдәләнеүенсә кредит ойошмаһы клиенттарының мәнфәғәттәре менән иҫәпләшмәйенсә хәүефле финанс  операциялар уҙғарған һәм федераль закондарҙың теүәл үтәлешен тәьмин итмәгән. Башҡортостанда Старбанктың өс филиалы булған.

ХХХ
Ҡаҙағстандың яңы һайланған парламенты Рәсәй менән асыҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Был турала илдең сит ил эштәре министры Ерлан Иҙрисов белдерҙе. Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыу Ҡаҙағстан һәм Рәсәй мәнфәғәттәренә тура килә тип билдәләгән тышҡы ведомство етәксеһе.


ХХХ
Сакциялар сәйәсәте аҡылһыҙлыҡҡа тиң. Был турала Италияның  элекке премьер-министры Романо Проди «Валдай» клубы улытырышында белдергән. Уның фекеренсә, Украина мәсьәләһе Европа менән Рәсәй мөнәсәбәттәренә аяҡ сала. Халыҡтарыбыҙҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп сикләүҙәр сәйәсәтенән баш тартыу мөһим тип билдәләгән Романо Проди.

ХХХ
Сүриә ғәсҡәре Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте төркөмөн  боронғо Пальмира ҡалаһында ҡыҫырыҡлай. Ефрат йылғаһы ярында  нығынған террорсылар  төп көстәр менән бәйләнешен юғалтты тип билдәләнә мәғлүмәттә. Бәрелештәр әле ҡала янында дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку