ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 06.10.2016

Сүриәнең Алеппо ҡалаһында сит ил хәбәрселәре һәм гуманитар ойошма вәкилдәре  йәшәгән ҡунаҡхананы утҡа тотҡандар. Ҡазаға тарыусылар   араһында Рәсәйҙең бер нисә үҙәк каналдары хеҙмәткәрҙәре лә булған.    Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында снарядтарҙың береһе бинанының ҡыйығын емергән. Ҡунаҡханала йәшәүселәр ашығыс рәүештә бомбанан йәшенеү урындарына эвакуацияланған.  

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте бөгөндән Молдавияла етештерелгән сусҡа   итен Рәсәйгә индереүҙе тыйҙы. Бының сәбәбен ведомство белгестәре элекке союздаш республикала африка тағуны осраҡтары теркәлеү менән аңлатҡан. Ҡара исемлеккә шулай уҡ сусҡаларҙың термик эшкәртеү үтмәгән ҡатнаш аҙыҡтары ла индерелгән. Бынан тыш, транзит юлы менән тере сусҡаларҙы Рәсәй аша икенсе илдәргә оҙатыуға ла сик ҡуйылған.  

ХХХ
Ҡытай үҙенең биләмәһендә Амур һәм Уссури йылғаларында балыҡ тотоуҙы тыйған. Ваҡытлыса сикләү 55 көн ғәмәлдә буласаҡ. Синьхуа агентлығы хәбәр итеүенсә, сараның маҡсаты ыуылдырыҡ сәскән осорҙа һөмбаш балығының популяцияһын арттырыу. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һағында тороусылар  браконьерҙарға ҡаршы көрәш башлаған.  

ХХХ
Яҡут республикаһында көслө ҡар яуыуы күп һанлы юл-транспорт фажиғәләренә килтергән. Оречен ауылы янындағы бәләкәй генә участкала бер юлы алты авария теркәлгән. Шул иҫәптән ҡазаға йөк автомобилдәре лә тарыған. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары күңелһеҙ хәлдәрҙең күплеген водителдәр автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡылыҡҡа алмаштырып өлгөрмәүе менән аңлатҡан.  

ХХХ
Дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков күҙәтеү органдарына Грозныйҙа үткән балалар турнирын тикшерергә тәҡдим иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4-се октябрҙә ҡалала ҡағиҙәһеҙ һуғыш буйынса иң көслө спортсылар асыҡланған. Әммә рингка өлкәндәр менән бәр рәттән, уҡыусы балалар ҙа сыҡҡан. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы алыштар ваҡытында малайҙарҙың береһе иҫен юғалтҡан. Ярышта Рамзан Ҡадировтың өс улы ла ҡатнаша.        

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика