ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 24.02.2016

Көрсөк күренештәре оҙайлы үҙенсәлеккә эйә. Был турала бөгөн илдең финанс министры  Антон Силуанов Федераль ҡаҙнасылыҡтың коллегия ултырышында  белдерҙе.  Ведомство етәксеһе фекеренсә, хәл 2008-2009 йылдарҙағы көрсөккә бөтөнләй оҡшамаған, шуға ла ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ил иҡтисадын үҙгәртеп ҡороуға әҙер булырға кәрәк.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға сабый саҡтан уҡ ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу мөһим. Был турала хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының иртә ярҙам проекты концепцияһында әйтелгән. Ведомство документты йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән. Унда хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләргә адреслы социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында һүҙ бара.

ХХХ
«Яндекс» 15 мартта ил күләмендә математика буйынса контроль эш үткәрә. 10 мәсьәләнән торған тест һорауҙарына яуап биреү өсөн ҡатмарлы формулаларҙы иҫкә төшөрөргә кәрәкмәйәсәк, тип ышандыра ойоштороусылар. Контроль эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла диплом тапшырыу күҙаллана.

ХХ
Америка миллиардеры Дональд Трамп  республикандар партияһының Невда штатында үткән праймеризда еңеп сыҡҡан. Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса уға һайлаусылар йыйынында ҡатнашыусыларҙың 42 проценты  тауыш биргән.

ХХХ
Фидель Кастроның бер туған ағаһы Рамон Кастро уҙған төндә вафат булды тип хәбәр итә Куба телевидениеһы. Рамон Кастро  ла Куба революцияһының әүҙем ағзаһы була.  Тыныс тормошҡа сыҡҡас оҙаҡ йылдар был илдең ауыл хужалығы һәм шәкәр  министрлығын етәкләй.

ХХХ
Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте террор ойошмаһы Ливияның Сабрата ҡалаһы үҙәген ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡулға төшөрөүгә өлгәшкән. Был турала Ассошиейтед Пресс мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.  Шулай ҙа хөкүмәт ғәскәрҙәре өҫтөнлөктө юғалтмаған. Ҡаты бәрелештәр һөҙөмтәһендә террорсылар ҡала үҙәгенән ҡыҫырыҡланған. Террор ойошмаһы ҡала үҙәген мәйеттәр менән тултырған, уларҙың күбеһе тыныс халыҡ һәм именлек хеҙмәте вәкилдәре, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика