ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 03.10.2016

Федераль именлек хеҙмәте Мәскәүҙә Украина оборона министрлығы разведкаһының баш идаралығы офицеры Роман Сущенконы ҡулға алды. Ул  Рәсәйҙә шпионлыҡ эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләнә. Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Роман Сущенко шпионлыҡ акцияһын ойошторған ваҡытта тотола. Уның дәүләт серенә ҡараған Рәсәйҙең милли гвардияһы һәм Ҡораллы көстәр тураһында мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнеүе билдәле. Украина разведкаһы иһә ҡулға алыныусының үҙ хеҙмәткәре булыуын кире ҡаҡҡан.

«Новосибирск - Санкт-Петербург» самолетында 30 йәшлек пассажир һәләк булған. Ҡатын үҙен насар тоя башлағас борт командиры мәжбүри рәүештә һауа судноһын Пермь аэропортында ултыртырға ҡарар итә. Әммә ерҙә көтөп торған табиптар уға ярҙам ҡулы һуҙып өлгөрмәй. Тикшере барышында мәрхүмәнең яман шеш менән ауырыуы асыҡланған.

ХХХ
Физиология һәм медицина өлкәһендәге Нобель премияһына Япониянан Ёсинори Осуми лайыҡ булды. Ул күҙәнәктәрҙең юғалыу механизмын өйрәнгән. Арбуйлы премияға быйыл 273 ғалим дәғүә иткән. Япония биологы үҙ тикшереүҙәрендә аутофагия һөҙөмтәһендә аҡһымдарҙың үҫеш кимәле түбәнәйеүен, йәғни эске күҙәнәктәрҙәге сүп-сарҙың юҡ булыуын һәм йәшәреү сәбәптәрен асыҡлаған. Бүләкләү тантанаһы яҡын көндәрҙә Норвегияның баш ҡалаһында үтә. Нобель премияһының күләме 1 миллион доллар самаһы тәшкил итә.

ХХХ
Испанияның Таррагона ҡалаһында кешеләрҙән башня төҙөү буйынса үҙенсәлекле ярыштар үтте. Ике йыл һайын ойошторолған  бәйге Каталония халҡында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла сараны ҡарарға меңдәрсә көйәрмән  йыйыла. Ҡағиҙәләргә ярашлы, ҡатнашыусы командалар иң бейек һәм ҡатмарлы башня төҙөүҙә ярыша. Һөҙөмтәлә 500 кешенән торған коллектив 10 ҡатлыҡ башня менән беренсе урын яулаған.

ХХХ
Португалия йыйылма командаһы футболсыһы Криштиану Роналду Лиссабонда шәхси ҡунаҡханаһын асҡан. Дүрт йондоҙло отель 82 урынға иҫәпләнгән. Был спортсының икенсе күсемһеҙ милеге. Әлегә көндә уның үҙе тыуып үҫкән Фуншал ҡалаһында ла ҡунаҡтар өсөн йорто уңышлы эшләй.  Киләсәктә футболсы  Мадрид менән Нью-Йоркта ла заманса отелдәр асырға иҫәп тота.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика