ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 16.04.2016

Рәсәй Финанс министрлығы 2016 йыл бюджетына төҙәтмәләр индерергә әҙерләнә. Документ аҡланмаған сығымдар менән көрсөккә ҡаршы сараларҙы  10 процентҡа кәметеүҙе күҙаллай.  Финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә, төҙәтмәләрҙе ғәмәлгә индереү ваҡытын хөкүмәт үҙаллы хәл итә.

Ставрополь крайында юҡ ителгән террорсыларҙың Новоселецкий районында эске эштәр бүлеге бинаһына һөжүм итеүҙә ҡатнашыуы ихтимал. Был турала төбәктең тәртип һаҡлау органдары вәкилдәре белдерә. Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, уҙған төн полиция хеҙмәткәрҙәре юл ситендә торған автомобилде тикшерергә була. Әммә унан хоҡуҡ һаҡсыларына машинан ут асалар. Атышҡан ваҡытта ике террорсы юҡ ителә.

ХХХ
Берләшкән милләттәр ойошмаһының именлек советы ултырышында Рәсәй ислам дәүләте террор төркөмөнә ҡарата иҡтисади эмбарго индереү талабын ҡуйҙы. Террорсыларға даими ярҙамды туҡтатыу өсөн Төркиә менән Сүриә сиген ябыу мөһим тип билдәләне Берләшкән Милләттәр ойошмаһындағы Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы вәкиле Виталий Чуркин.

ХХХ
Европарламент Панама исемлеге буйынса махсус тикшереү үткәрәсәк.  Офф-шор ширҡәттәре тураһындағы мәғлүмәт Европа илдәрендә сәйәси тетрәнеүҙәргә юл асты. Исемлектә хафаға һалған етәкселәр араһында Бөйөк Британия премьер-министры Девид Кемерон да бар. Уның атаһы исеменә яҙылған офшор ширҡәте менән идара итеүе  билдәләнде. Лондон урамдарында күләмле ризаһыҙлыҡ аҡциялары уҙғандан һуң Кемерон һалым декларацияһын асыҡларға мәжбүр булды. Коррупцияла ғәйепләнеүсене Бөйөк Британия халҡы отставкаға китеүен талап итә.

ХХХ
Халыҡ-ара валюта фонды Грецияға кредит бүлеү мәсьәләһен киләһе аҙнала яңынан ҡараясаҡ. Был туралда фонд етәксеһе Кристин Лагард белдергән. Рәсми Афина әлеге ваҡытта финанс яҡтан ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Европа дәүләттәре иҡтисадтағы структура үҙгәрештәрен уҙғармайынса тороп аҡсалата ярҙам бүлеүҙән баш тартты. Күп кенә белгестәр Греция Европа берлегенең үгәй балаһына әйләнде тигән һығымта яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика