ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 21.04.2016

Рәсәйҙә яҙғы ташҡынға бәйле хәл көндән-көн ҡатмарлаша. Ҡотҡарыусылар тәбиғәт ғәрәсәте менән илдең 130-ҙан ашыу төбәгендә көрәшә. Барлығы 8 мең самаһы кешенең йорто һыу аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәл осраҡтары Вологда, Архангел, Пермь, Киров, Омск, Удмурт республикаһы һәм Төмәндә күҙәтелә. Алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәк етәкселәренә ташҡын мәсьәләләре менән шәхси шөғөлләнергә ҡушҡайны.  

Мексиканың көнсығышында урынлашҡан иң эре нефть химияһы  заводтарының береһендә көслө янғын сыҡҡан. Һөҙөмтәлә өс хеҙмәткәр һәләк булған, йөҙҙән ашыу кеше йәрәхәтләнгән. Бынан тыш, атмосфераға ҙур күләмдә зазарлы матдәләр бүленгән. Әйткәндәй, бөгөн «Brent» маркалы нефттең барреле 46 долларҙан ашып китте. Был һуңғы биш айҙағы иң юғары күрһәткес.

ХХХ
Американың Б-52 самолеттары беренсе тапҡыр Ираҡ исламсыларын бомбаға тотто. Пентагондан хәбәр итеүҙәренсә, илдең  хәрби-һауа көстәре төньяҡтағы ҡоралдар келәтен шартлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Һуңғы тапҡыр бындай бомбардировщиктар хәрби операцияларҙа уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башында ҡатнашҡан.  

ХХХ
Варшава позицияһына ҡарамаҫтан, Польшаның Жешув ҡалаһы властары һәм халҡы Совет монументтарын һүтеүҙән баш тартҡан. Улар фекеренсә, тарихты киренән яҙып булмай,  сөнки төбәк ысынлап та, һуғыш йылдарында Совет армияһы тарафынан азат ителә. Бынан тыш, урында йәшәүселәр ҡаланың йөҙөн бындай һәйкәлдәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел тип иҫәпләй.

ХХХ
31-се йәйге олимпия уйындары уты бөгөн тантаналы шарттарҙа Грецияла яндырылды.  Бер нисә көн дауамында ил буйлап сәйәхәт иткән факел артабан ярыштарҙы ҡабул итеүсе Бразилияға тапшырыла. Ә 5 августа тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ символы олимпиаданы асыу тантанаһы үтәсәк «Маракана» стадионына киләсәк. Ошо ваҡыт эсендә факел  ерҙән, һыуҙан  һәм һауанан 30 мең саҡырымдан ашыу ара үтер тип күҙаллана. Эстафетала 10 мең самаһы кеше ҡатнашыр тик көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика