ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 30.09.2016

Рәсәйҙә эшһеҙлек һалымы индерелеүе ихтимал. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында  әле ошо туралағы закон проекты әҙерләнә. Документта рәсми эш урыны булмаусыларҙан поликлиника һәм дауаханалар менән файҙаланғаны өсөн түләүҙәр йыйыу юлдары ҡарала. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец фекеренсә, эшләүсе граждандар өсөн социаль страховка иғәнәләре йыйыла, әммә мәшғүллеге тәьмин ителмәгәндәр өсөн бындай түләүҙәр юҡ.

Рәсәйҙә һәр икенсе сығарылыш синыфы уҡыусыһы туғыҙынсы синыфтан һуң мәктәптән китергә ашыға. Был аҙымға уларҙы Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙағы ҡыйынлыҡтар этәрә тип белдергән  мәғарифты күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе Сергей Кравцов. Уҡыусылар колледж һәм лцейҙарҙы һайлай. Күбеһе эшсе һөнәр үҙләштереп ҡалырға тырыша.

ХХХ
Франция террорға ҡаршы көрәшкә авианосец йәлеп итте. Шарль де Голь тип аталған ҡеүәтле карап урта диңгеҙгә инде. Уның бортынан күтәрелгән самолеттар бөгөн иртән Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмө позицияларын утҡа тотто.

ХХХ
Япония ярҙарында иһә һелтә тейәгән танкер һәләкәткә осраны. Уның батҡан мәле илдең ҡайһы бер телеканалдарында күрһәтелде. Япония вәкилдәре  химик матдә диңгеҙгә түгелмәне тип ышандырырға тырышһа ла, Рәсәй белгестәре Охот диңгеҙендәге экологик хәлде тикшереүгә алды.

ХХХ
Ҡушма Штаттарҙың Нью Джерси ҡалаһында бөгөн электр поезы рельстан сыҡҡан.Транспорт сараһы Хобокен станцияһы өҫтөнә килеп менде. Һөҙөмтәлә бер кешенең ғүмере өҙөлгән,  йөҙләп  кеше йәрәхәтләнгән. Авария сәбәптәрен белгестәр техника төҙөк булмауы йәки машинист хатаһы тип аңлата.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика