ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 23.09.2016

Мәскәүҙәге келәттәрҙең береһендә сыҡҡан янғында һигеҙ ҡотҡарыусының ғүмере өҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында улар бинаның ҡыйығында ут һүндергән булған. Ҡоролма емерелә башлау менән фажиғәгә тарыусылар бер-береһен ҡотҡара башлаған. Әммә һигеҙ хеҙмәткәр пластмасс әйберҙәр һаҡланған ялҡынлы упҡынға ҡолаған. Уларҙың кәүҙәләре янғын һүндерелгәс кенә табылған.    

Урта диңгеҙҙә законһыҙ мигранттар ултырған кәмә түңкәрелгән. Әлеге мәлгә Мысыр ҡотҡарыусылары һыу төбөнән 155 кешенең  кәүҙәһен сығарған. Тағы ла йөҙҙән ашыу кешенең яҙмышы билдәһеҙ. 600-гә тиклем мигрант ултырған легаль булмаған  судно һәләкәткә ярҙан 12 километр самаһы алыҫлыҡта тарыған. Ҡотҡарыусылар 150-нән ашыу кешегә ярҙам итеп өлгөргән. Уларҙың барыһы ла Европаға законһыҙ сығырға ниәтләгән.

ХХХ
Латвияла сусҡаларҙың Африка тағуны таралыуға бәйле, карантин иғлан ителгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, илдең 60-тан ашыу төбәгендә меңгә яҡын хайуандың ауырыуы асыҡланған. Уларҙың күбеһе - ҡабан сусҡалары. Ҡурҡыныс сирҙең артабан таралыуына сик ҡуйыу маҡсатында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә 119 ҡатыморон юҡ ителгән. Әлеге ваҡытта сусҡа үрсеткән фермаларҙың барыһында ла иҫкәртеү саралары күрелә.

ХХХ
Мәскәү ретейлерҙары бөгөн рәсми рәүештә  «iPhone 7»  һәм «iPhone 7 Plus» һата башланы. «Алмалы» гаджеттың һуңғы моделе Рәсәй халҡында оло ғауға тыуҙырҙы. Шуға ла күптәр  ГУМ ишеге алдындағы сиратҡа бер көн алдан уҡ баҫҡан. Төрлө төҫтәге телефондарҙың иң арзаны 56 мең һумдан башлана.   «Ҡара оникс» төҫтәге гаджеттар өс сәғәт эсендә һатылып бөткән.  

ХХХ
Рәсәй хоккейсылары Донъя кубогының ярымфиналына сыҡты. Уҙған төн улар Финляндия йыйылма командаһын 3-0 иҫәбенә отто. Хәҙер Олег Знарок тәрбиәләнеүселәренә Канада менән осрашырға тура киләсәк. Икенсе парҙа Швеция менән берләштерелгән Европа илдәре көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылдан тергеҙелгән Донъя кубогында иң көслө 6 команда ҡатнаша. Мәртәбәле турнир дүрт йылға бер ойошторолор тип көтөлә.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика