ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 22.09.2016

Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡулынан дәүләт наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле космонавтар, хәрбиҙәр, ғалимдар, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар. Шулай уҡ тантанала геройҙарса һәләк булған полиция лейтенанты Магомед Нурбагандовтың ата-әсәһе лә ҡатнашты. Дәүләт башлығы уларҙың  улдарының ҡыйыулығын юғары баһалап, Геройҙың вафатынан һуң алтын йондоҙон тапшырҙы. Был ваҡытты залда ултырыусылар аяғүрә баҫып ҡаршы алды.

Американың хәрби-һауа көстәре истрибителе Японияның Окина утрауында  диңгеҙгә ҡолаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, самолет пилоты парашют менән һикереп өлгөргән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Әйтергә кәрәк, Америка самолеты ҡатнашлығында Японияла теркәлгән был беренсе ғәҙәттән тыш хәл генә түгел. Өс йыл элек ошонда уҡ техник етешһеҙлектәргә бәйле, тағы ла бер штурмовик ҡолап төшкән.

ХХХ
Италия нейрохирургы Серджо Канаверо башты күсереп ултыртыу буйынса уңышлы операция яһауы тураһында белдергән. Бының өсөн ул тәжрибәне сысҡанда һәм эттә яһаған. Баштағы нейрондарҙы ялғау ауырға төшөүен иҫәпкә алып табип хайуандарҙың умыртҡа һөйәген генә киҫкән. Нейрохирург артабан кеше башын донор кәүҙәгә күсереп ултыртырға йыйына. Әммә эксперименттың уңышлы буласағы бойондороҡһоҙ белгестәрҙә шик тыуҙырған.

ХХХ
Тыва Республикаһында хәбәрһеҙ юғалған өс йәшлек малай тайгала табылған. Баланың ғәйеп булыуы тураһында полиция хеҙмәтенә уҙған йәкшәмбе хәбәр ителә. Эҙләүгә йөҙҙән ашыу кеше, бер нисә техника йәлеп ителә. Һөҙөмтәлә өс көндән һуң малайҙың ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта аҙашып йөрөүе асыҡлана. Әлеге мәлдә балаға медицина ярҙамы күрһәтелә. Табиптар уның хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.

ХХХ
Татарстанда Болғар мәсете янында төшөрөлгән клип тирәләй ҡупҡан бәхәс икенсе көн  ҡуйыра. Интернет ҡулланыусыларҙа йырҙың һүҙҙәре түгел, ә кадрҙағы Резеда Ғәниуллинаның ҡиәфәте ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Шуға ла улар ҡатын-ҡыҙҙы закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта урындағы тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Йырсы

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика