ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 16.02.2016

Сүриә оппозицияһы дүшәмбе көн социаль учреждениеларҙың емерелеүенә килтергән һауа һөжүмдәрен  Рәсәй самолеттары  башҡарған тип бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шартлау ваҡытында кәмендә биш дауахана, ике мәктәп ишелеп төшкән, иллеләп кеше һәләк булған.  Әммә Рәсәй Президентының матбуғат вәкиле Дмитрий Песков, Мәскәү үҙенә япһарылған «буш» ғәйепләүҙәрҙең нигеҙһеҙ булыуын белдерҙе.    

Рәсәй йөк автомобилдәре Евросоюз илдәренә эләгеү өсөн урау юлдар эҙләргә мәжбүр. Сөнки Украина етәкселеге үҙ иле аша  транзит фуралар өсөн юлды ябырға ҡарар иткән. Киевтың бындай аҙымға барыуына яуап итеп Рәсәй властары ла етди саралар күрҙе. шуға ла һуңғы ике тәүлектә ике ил сигендә Украинаның йөҙҙәрсә йөк автомобиле тығында ултыра. Бер үк ваҡытта Евросоюз илдәренән ҡайтып килеүсе Рәсәй фуралары ла ошондай уҡ хәлдә ҡалған.

ХХХ
Уҙған төндә Ярославлдә биш ҡатлы йортта газ шартлау һөҙөмтәһендә ете кешенең, шул иҫәптән ике баланың ғүмере өҙөлдө. Тағы ла һигеҙ хужа төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Тикшереүҙәр барышында, ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән фатирҙа оло йәштәге ханым йәшәүе асыҡланған. Әле осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 17-18-се февраль Ярославлдә матәм көндәре тип иғлан ителгән.    

ХХХ
Ҡырым шифаханаларында бер баланы һауыҡтырыуға китәсәк юлламаның уртаса хаҡы билдәле булды. Ул тәүлегенә 1024 һум тәшкил итәсәк. Был сумма төбәктәге 26 балалар шифаханаһы мәғлүмәттәре, шулай уҡ ағымдағы йылға инфляция күҙаллауҙарын иҫәпкә алып төҙөлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку