ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 11.02.2016

Уҙған төндә Доминикан республикаһы күгендә Рәсәй туристары һәләкәткә тарый яҙҙы. Ерҙән биш саҡрым бейеклеккә күтәрелгәс,  Ырымбур авиалинияһының  «Боинг-777» самолетының двигателенә ут ҡаба. Бәхеткә күрә, тәжрибәле пилоттар, судноны бер ҡазаһыҙ ергә ултырта. Был ваҡытта бортта 346 пассажир, шул иҫәптән 25 бала була.      

Ҡытай донъялағы иң бысраҡ ил тигән исемлектән төшөп ҡалырға ниәтләй. Бының өсөн ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе яңы завод ярҙамға килер, тип көтөлә. Ҡояш нуры ярҙамында эшләйәсәк предприятие көнөнә 5 мең тонна көнкүреш ҡалдыҡтары яндырыуға иҫәпләнгән.  Проект буйынса, түңәрәк формалағы заводтың майҙаны 66 мең квадрат метр. Уны төҙөүгә яҡынса өс-дүрт йыл самаһы талап ителәсәк.

ХХХ
Рәсәй 2020 йылға ит, һөт һәм йәшелсә менән үҙен тулыһынса тәьмин итә аласаҡ, ә иген күпләп экспортҡа оҙатыласаҡ.  Был турала бөгөн Хөкүмәт ултырышында илдең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдерҙе. Уның фекеренсә, киләһе дүрт йылда Рәсәйҙә меңәрләгән теплица  һәм малсылыҡ комплексы төҙөләсәк. Ҡуйылған бурыстарға өлгәшеү өсөн фермерҙарға әлеге ваҡытта бүленгән сумманы өс тапҡырға арттырып, йыл һайын 40 миллиард һумға еткереү күҙаллана.  


ХХХ
Владивостокта аҙыҡ-түлекте кредитҡа һата башлағандар. Табыштың кәмей барыуын иҫәпкә алып, урындағы сауҙа селтәрҙәренең береһе ошондай аҙымға барырға ҡарар иткән.  Бының өсөн һәр кемгә 10 мең һумлыҡ кредит карточкаһы бирелә. Сарыф ителгән аҡсаларҙы билдәле ваҡыт эсендә 3-5 процентҡа арттырып ҡайтарыу талап ителә. Бындай хеҙмәт һатып алыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.  

ХХХ
Быйыл 1 июлдән водителдәргә ғәмәлдә булған ОСАГО полистарын алмаштырырға тура киләсәк. Ошо туралағы ҡарар бөгөн Рәсәй автостраховкалаусылар союзы  президиумы ултырышында ҡабул ителде. Әлеге көндә был ойошма ялған бланктарға ҡаршы көрәш башлаған. Хәбәр ителеүенсә, яңы бланктарға китәсәк сығымдар страховкалаусы ойошмалар кеҫәһенән ҡапланырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика