ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 19.02.2016

Йыл башынан Урта диңгеҙ аша  Европаға 90 мең  ҡасаҡ үтеп ингән. Уларҙың байтағы өсөн хәүефле сәйәхәт фажиғәле тамамланған. Был мәғлүмәтте бөгөн халыҡ-ара миграция ойошмаһы иғлан итте. Женевала йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителгән документта билдәләнеүенсә, урта диңгеҙ аша Грецияға 86 меңдән ашыу, ә Италияға 7 мең самаһы мигрант үтеп ингән. Юлда 411 ҡасаҡтың ғүмере өҙөлгән.

Ҡушма Штаттарҙың хәрби һауа көстәре бөгөн Рәсәйҙә тыйылған ислам дәүләте террор ойошмаһының Ливияның Сарбата ҡалаһы янында урынлашҡан күнекмә  лагерын бомбаға тотто. Нью-йорк таймс гәзите хәбәр итеүенсә, операция һөҙөмтәһендә 30 террорсы юҡ ителде.

ХХХ
Мурманск өлкәһе Кировск ҡалаһы хакимиәте тау шыуғанда  зыян күреүселәргә ярҙам бүләсәк. Был турала урындағы властәр белдерҙе. Уҙған төндә тауҙан ишелгән ҡарлы өйөрмә урындағы йорттарҙы баҫты. Бер кешенең ғүмере өҙөлдө.

ХХХ
Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эш ваҡытында социаль селтәр менән файҙаланыуҙы тыйыуҙы инҡар итте. Кәрәкле нормалар хеҙмәт кодексында билдәләнгән. Айырым норма-хоҡуҡ документына үҙгәреш индереүҙе кәрәк  тапмайбыҙ, тип билдәләгән улар. Ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында бөгөн ведомство социаль селтәрҙәрҙе эш ваҡытында ҡулланыуҙы сикләргә теләй тигән имеш-мимиш таралғайны.

ХХХХ
Был һуңғыһы. Танылған яҡташыбыҙ Земфира Рамаҙанова гастроль эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйына. Был турала йырсы Түбәнге Новгородта үткән концертта белдергән. Әле уның «Бәләкәй принц» тип аталған гастроль программаһы турнеһы бара. Тамашалар 16 ҡалала үтә. 23 февралдә Земфира Өфө сәхнәһендә сығыш яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку