ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 17.02.2016

Бөгөн Мәскәүҙең «Домодедово» аэропортында Ашхабадтан Минскиға осоп барыусы самолет ашығыс рәүештә төшөргә мәжбүр булған. Асыҡланыуынса, 51 йәшлек пассажир һауала үҙен насар тоя башлай. Әммә йөрәк-үпкә етешмәүсәнлеге  менән яфаланған иргә ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү алып бара.    

Рәсәй Хөкүмәте спиртлы эсемлектәрҙе 21 йәшкә тиклем һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон проектын кире ҡаҡҡан. Документта билдәләнеүенсә, Конституцияға ярашлы, 18-е тулған граждандар үҙ  хоҡуҡтарын тулы күләмдә атҡара алырға һәм ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш. Әммә закон проекты авторы Антон Беляков бының менән килешмәй. Күп кенә илдәрҙә ҡабул ителгән ҡануниәт  йәштәр араһында спирлы эсемлектәр менән мауығыусыларҙы кәметергә булышлыҡ иткән тип иҫәпләй сенатор.

ХХХ
Франция эшҡыуарҙарының береһе банк хеҙмәткәрҙәренә үҙенең ресторанын урап үтергә ҡушҡан. Сөнки финансистар хужаға бер нисә тапҡыр кредит биреүҙән баш тартҡан. Шуға ла әлеге ваҡытта ресторан ишегенә «Банкирҙарға инеү хаҡы 70 мең евро» тигән яҙыу элеп ҡуйылған.  

ХХХ
Мәскәүҙең «Локомотив» футболсыһы Дмитрий Тарасов бер нисә уйындан ситләштерелеүе ихтимал. Сәбәбен УЕФА вәкилдәре ярым һаҡсының  Владимир Путин һүрәте төшөрөлгән футболкала сығыш яһауы менән аңлатҡан. Ойошма ҡабул иткән ҡағиҙәләргә ярашлы, футболсылар спорт кейемдәренә сәйәси, дини һәм шәхси белдереүҙәр, шулай уҡ һүрәттәр һәм логотиптар урынлаштырырға тейеш түгел.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика