ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 20.06.2016

Бөгөн Рәсәйҙең ике төбәгендә һыуҙа һәләк булған балалар иҫтәлегенә матәм көнө иғлан ителде. Шәмбе Карелияның һауыҡтырыу лагерҙарының береһендә ял итеүсе 47 бала интрукторҙар оҙатыуында кәмәләрҙә күлгә төшә. Әммә көслө ел һөҙөмтәһендә суднолар түңкәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдә  14 баланың ғүмере өҙөлә. Әле фажиғәлә ғәйепләнеүсе биш кеше ҡулған алынған. Осраҡ буйынса Рәсәйҙең тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Сүриәлә тағы ла бер ватандашыбыҙ Андрей Тимошенков һәләк булды. Рәсми мәғлүмәт буйынса, был Рәсәй армияһының Яҡын Көнсығыш дәүләтендә юғалтҡан 11-се хәрбиһе.  Уҙған аҙнала ауыр йәрәхәт алған сержанттың дауаханала ғүмере өҙөлә. Ул үлемгә дусар кешегә гуманитар ярҙам таратыу үҙәген шартлатыуға юл ҡуймай. Диңгеҙ пехотаһының 336-сы бригадаһы етәкселеге  Андрей Тимошенковты үлгәндән һуң  Дәүләт наградаһына тәҡдим иткән.

ХХХ
Афғанстанда теркәлгән бөгөнгө шартлауҙар һөҙөмтәһендә кәмендә 22 кешенең ғүмере өҙөлгән.  Беренсе осраҡта билдәһеҙ террорсы Непал илселеге микроавтобусына һөжүм итә. Фажиғәлә Непал менән Филлипиндың 14 гражданы һәләк була. Тағы ла 8 кеше йәрәхәтләнә. Теракт өсөн яуаплылыҡты Талибан экстремистар хәрәкәте үҙ өҫтөнә алған. Бынан тыш, көндөҙ Ҡабулдың көньяғында һәм Бадахшан провинцияһында шартлауҙар яңғырай.  Һуңғыһында 8 кеше үлемесле яралана, 40-лап кеше дауаханаға оҙатылған.
ХХХ
25 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытай лидеры Си Цзиньпин саҡырыуы буйынса Пекинға бара. Осрашыуҙа дәүләт башлыҡтары төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү юлдарын үҫтереү тураһында фекер алышасаҡ. Бынан тыш, яҡтар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында ҡараласаҡ мәсьәләләрҙе лә тикшерәсәк.  Быйылғы халыҡ-ара форум 23-24 июндә Ташкента үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда ШОС илдәле башлыҡтары осрашыуын Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡабул итте.  

ХХХ
Рәсәй футболсылары бөгөн Уэльс йыйылма командаһы менән осраша. Европа чемпионатының плей-оффына сығыу өсөн Леонид Слуцкий тәрбиәләнеүселәренә мотлаҡ еңеү яуларға кәрәк. Әле  яҡташтарыбыҙ 1 мәрәй менән «Б» төркөмөндә дүртенсе, ә дәғүәселәр өс мәрәй туплап икенсе баҫҡысты биләй. Шулай уҡ бөгөн төнгө сәғәт 12-лә Англия менән Словакия командалары осраша.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика