ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 27.04.2016

«Көнсығыш» космодромынан бөгөн осорға тейеш булған «Союз-2.1а» ракетаһы техник сәбәптәр менән билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде. Тарихи ваҡиғаны күҙәтеү өсөн Амур өлкәһенә Рәсәй Президенты ла килгәйне. Әммә стартҡа яҡынса бер минут ҡалды тигәндә автоматик ҡоролманың сафтан сығыуы тураһында хәбәр алына.  Шунлыҡтан махсус комиссия космодромдан тәүге осошто резерв көнгә күсерергә ҡарар иткән.

Американың хәрби авиацияһы Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» төркөмөнөң аҡса келәтен шартлатҡан. Унда яҡынса 150 миллион доллар һаҡланған булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта ИГИЛ матди ҡыйынлыҡтар кисерә. Шунлыҡтан ул сит илдәрҙән килгән боевиктарға түләүҙәрҙе тотҡарлай. Һөҙөмтәлә ислам яҡлылар ай һайын ике мең кешегә кәмей.    

ХХХ
Венесуэла электр энергияһына ҡытлыҡ кисерә. Шуға ла урындағы властар чиновниктарҙың эш көнөн ҡыҫҡартырға ҡарар иткән. Уға ярашлы, хәҙер дәүләт эшмәкәрҙәре аҙнаһына ике көн генә эшләйәсәк. Энергияға ҡытлыҡ урындағы станцияла һыу кимәленең саманан тыш түбән булыуынан башланған. Шунлыҡтан Венесуэла  етәкселеге 1 майҙан икенсе сәғәт бүлкәтенә күсергә, халыҡҡа көнкүреш техникаларынан баш тартырға кәңәш иткән.    

ХХХ
11 йәшлек ҡыҙ Внуково аэропортындағы хәүефһеҙлек системаһын алдаштырып Санкт-Петербургҡа осҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бишенсе синыф уҡыусыһы Мәскәүҙә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ самолетҡа үтеп ингән. Ә төньяҡ баш ҡала аэропортында ул бортҡа башҡа пассажирҙарға эйәреп эләгеүен, тикшереү постарында бер кем дә билеттарҙы тикшермәүен аңлатҡан. Был хәл буйынса әлеге ваҡытта Внуково аэропортында тикшереү башланған.

ХХХ  
«Мордовия» клубы футболсылары сираттағы күнекмәләр үткәреүҙән баш тартҡан. Бының сәбәбен улар эш хаҡының ваҡытында түләнмәүе менән  аңлатҡан. Әле республика Хөкүмәтенең уйынсыларыға 173 миллион һум бурысы йыйылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мордовия» клубы әлеге ваҡытта турнир таблицаһының һуңғы баҫҡысын биләй. Уларға Премьер-лиганан төшөп ҡалыу ҡурҡынысы янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика