ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 25.05.2016

Рәсәй Президенты хөкөмгә тарттырылған  Надежда Савченконы азат итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Кисереү тәҡдимен һәләк булған Рәсәй хәбәрселәренең яҡындары күтәреп сыҡҡан. Бының өсөн Украина властары ҡулға алынған Рәсәй граждандары Александр Александров менән Евгений Ерофеевты иреккә сығарырға вәғәҙә бирә. Бөгөн Надежда Савченко Украинаға ҡайтып китте, ә Рәсәй вәкилдәрен Мәскәүҙең Внуково аэропортында ҡаршы алдылар.  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Владимир өлкәһендә янғындан ғаиләне ҡотҡарыусы күршеләрҙе һәм осраҡлы үтеп барыусыларҙы бүләкләйәсәк. Өс көн элек Струнино ҡалаһындағы йорттарҙың береһендә ут сыға. Дүртенсе ҡатта йәшәүсе ике балалы  ғаилә ағзалары балкондан һикерергә мәжбүр була. Уларҙың ғүмерен аҫта йомшаҡ юрғандар тотоп тороусы кешеләр ҡотҡара.  

ХХХ
Ҡытайҙың көньяғында ҡойма ямғырҙар йорт-ҡураларҙы  емергән. Интернетҡа һалыған видеояҙманан күренеүенсә, Гуанси ауылында тәбиғәт ғәрәсәте өс ҡатлы йортто ауҙарған. Ҡорбандар булыуы тураһында ла хәбәр итәләр. Әлеге ваҡытта  600 йорт  һыу аҫтында ҡалған, уларҙан 12 мең кеше эвакуацияланған.    

ХХХ
Рәсәйҙә Зика вирусын йоҡтороуҙың дүртенсе осрағы теркәлгән. Был юлы Доминикан республикаһында ял итеүсе ҡазаға тарыған. Ул тыуған иленә ҡайтып  дүрт көн үткәс үҙен насар тоя башлай. Табиптар Зика вирусы диагнозы ҡуя. Ирҙең ҡайһы төбәктән булыуы тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.

ХХХ
«Рубин» клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнгән Хавьер Грасия йылына  3 миллион ярым евро аласаҡ. Бынан тыш, Ҡазан командаһы тренерҙың ваҡытынан алда килешеүен өҙгәне өсөн Испанияның «Малага» клубына ҙур ғына сумма «неустойка» түләргә тейеш. Шулай итеп,  Хавьер Грасия Рәсәйҙә иң юғары хеҙмәт алыусы тренерҙарҙың береһе буласаҡ.  Сағыштырыу өсөн, Леонид Слуцкийҙың эш хаҡы барлыҡ бонустар менән бергә миллион ярым евронан да артмай.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика