ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 25.03.2016

Германия полицияһы Брюсселдәге теракттарҙа ғәйепләнеүсе ике кешене ҡулға алған. Шартлау алдынан ғына уларҙың кеҫә телефонынан смс-хәбәр ебәрелгән булған. Унда  террорсыларҙың береһенең исеме һәм француз телендә «тамам» тигән яҙыуҙар табылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 мартта Бельгияның баш ҡалаһында теркәлгән теракттарҙа  31 кешенең ғүмере өҙөлдө, 300 самаһы кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды.  

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сүриәләге операцияла ҡатнашҡан 17 хәрби хеҙмәткәргә дәүләт наградалары  тапшырҙы. Улар араһында 47 авиация полкы штурманы Адрей Захаров та бар. Ул  «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Майор Андрей Захаров 1976 йылда тыуған, Баймаҡтың 1-се урта мәктәбен тамамлаған.

ХХХ
Бөгөн Силәбе тимер юлы вокзалынан 350 самаһы кеше ашығыс рәүештә эвакуацияланған. Көндөҙгө сәғәт  дүрттәр тирәһендә  багаж һаҡлау камераларының береһендә хәүефле әйбер ятыуы тураһында хәбәр килә. Шунда уҡ вокзал хеҙмәткәрҙәренә һәм пассажирҙарына урамға сығырға ҡушыла. Тикшереү барышында сәйер сумканың  хәүеф тыуҙырмауы асыҡланған.  

ХХХ
Бөгөн иртән Екатеринбургтағы шәхси балалар баҡсаһында сыҡҡан янғында 4 бала зыян күргән. Уларҙың береһенең 8 процент тәне бешкән, ҡалғандары һөрөм менән ағыуланған. Шулай уҡ дүрт хеҙмәткәр ҙә дауаханаға оҙатылған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ут электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныштан тоҡаныуы ихтимал. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

ХХХ
Шанхай Диснейлендына билеттар 28 марттан һатыла башлаясаҡ. Америка компанияһының Ҡытайҙағы  тәүге күңел асыу паркын асыу тантанаһы 16 июнгә тәғәйенләнгән. Эш көндәрендә билет хаҡы яҡынса 57 доллар торасаҡ. Аналитиктар фекеренсә, Диснейленд тәүге йылда 11 миллиондан ашыу кешене ҡабул итер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика