ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 03.06.2016

Греция ҡотҡарыусылары диңгеҙҙән 302 мигрантты ҡотҡарған. Киң масштаблы операцияға бер нисә судно, самолет һәм вертолет йәлеп ителгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртән Крит утрауы янында 25 метрлыҡ кәмә һыу төбөнә киткән. Уның бортонда яҡынса 700-гә тиклем пассажир булыуы ихтимал. Әлегә ҡотҡарыусылар өс кешенең үле кәүҙәһен сығарған.  

Париж үҙәгендә Сена йылғаһы кимәле алты метрға тиклем  күтәрелгән. Бының сәбәбен  урындағы халыҡ туҡтауһыҙ яуым-төшөм менән бәйләй. Франция белгестәре фаразлауынса, киләһе аҙнанан төбәктә хәл тотороҡлана башлаясаҡ. Әммә хәүефһеҙлек саралары маҡсатында бөгөн Сена буйында урынлашҡан Лувр музейын ябырға тура килгән. Ундағы экспонаттар ваҡытлыса икенсе урындарға күсерелгән.  

ХХХ
Японияла юғалған ете йәшлек малай бер аҙнанан һуң табылған. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, ата-әсә уны тыңлашмағаны өсөн урманда ҡалдырып киткән булған. Ошо ваҡыт эсендә бала ташландыҡ хәлдәге уҡыу полигондарының береһендә йәшәгән. Малай бер аҙна буйына һыу менән генә туҡланған. Әлеге ваҡытта уның ғүмеренә хәүеф янамай.

ХХХ
Бөгөн Мәскәү Хөкүмәтенә 2 миллиард һумлыҡ суд дәғүәһе белдерелгән. Урындағы эшҡыуарҙарҙың береһе баш  ҡала етәкселеген метро станцияһы янындағы объекты законһыҙ һүтеүҙә ғәйепләгән. Мәғлүм булыуынса, сауҙа йортто быйыл февралдә ер менән тигеҙләнгән. Ошо уҡ төндә ҡалала тағы ла йөҙҙән ашыу сауҙа урыны һүтелгән. Әммә дәғүә белдереүсе йүнсел суд аша рөхсәт ҡағыҙҙарының теүәл булыуын иҫбатларға йыйына.    

ХХХ
Швейцария прокуратураһы Халыҡ-ара футбол федерацияһының штаб-квартираһында тикшереүҙәр үткәргән. Тентеү барышында   документтар һәм мәғлүмәттәрҙең электрон базаһы тартып алынған. Коррупцияла ғәйепләнеүселәр араһында ФИФА-ның яңы ағзалары булыуы ихтимал. Әммә тикшереүселәр улар араһында   әлеге президент Джанни Инфантиноның исеме юҡ тип белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика