ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 26.04.2016

Әрмәнстандың хоҡуҡ һаҡлау органдары пассажир автобусын шартлатыуҙа ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт ҡылыусы ошондай ысул менән туғандарынан үс алырға маташҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Ереван урамдарының береһендә маршрут автобусы шартлаған. Фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ете пассажир йәрәхәтләнгән.

Иртәгә Амур өлкәһендәге «Көнсығыш» космодромынан беренсе ракета Йыһанға оса. Уға старт урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 11-ҙә бирелә. «Союз-2.1а» ракетаһы орбитаға өс Йыһан аппаратын сығарырға тейеш.  Рәсәйҙең тәүге граждандар космодромы 2012 йылда төҙөлә башлай. Объектты сафҡа индереү өсөн 120 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған.  Әле Рәсәй Байконур хеҙмәттәре менән файҙаланғаны өсөн йыл һайын Ҡаҙағстанға 115 миллион доллар түләп торған.

ХХХ
Ҡырым прокуроры Наталья Поклонская урындағы татар мәжлесен тыйыу тураһындағы Юғары суд ҡарарына аңлатма бирҙе. Уның фекеренсә, мәжлестең Рәсәй биләмәһендәге һәр хәрәкәте законға ҡаршы тип иҫәпләнә. Кире осраҡта, уның ағзалары яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әлеге ваҡытта республикала ойошма эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһындағы ҡарар ғәмәлгә ингән. Уға ярашлы, Ҡырым татарҙары мәжлесе экстремистар берләшмәһе тип иғлан ителгән.

ХХХ
Уҙған төндә Һиндостандың милли музейында сыҡҡан янғында ҡиммәтле коллекциялар зыян күргән. Атап әйткәндә, бындағы күргәҙмәлә күбәләктәрҙең һирәк төрҙәре, тәлмәрйен, йылан, шулай уҡ юғалып барған юлбарыҫ һәм леопардтар күрһәтелгән булған. Ҡотҡарыусыларға юғары ҡаттарҙа сыҡҡан янғын менән бер нисә сәғәт көрәшкән.  Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбен белгестәр төҙөк булмаған сигнализацияла күргән.  

ХХХ
Рәсәйҙең хоккей федерацияһы тәғәйен ваҡытҡа йыйылма командаға килмәгән Александр Радулов менән һөйләшеүҙәр алып бара. Килеп тыуған хәл бер ҡалыпҡа ла һыймай, тине бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа Владислав Третьяк. Ул билдәле хоккейсының йыйындарҙы ни өсөн  инҡар итеүен бер нисек тә аңлата алманы. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Александр Радуловтың әлеге ваҡытта Нью-Йоркта булыуы ихтимал.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика