ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 01.09.2016

Беслан фажиғәһенә 12 йыл тулды. 2004  йылдың 1 сентябрендә террорсылар ҡала мәктәбенә баҫып инә. Ул ваҡытта 334 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмере өҙөлә. Бөгөн Төньяҡ Осетияла  башланған өс көнлөк хәтер вахтаһында ҡатнашыусылар мәрхүмдәрҙе хөрмәтләп иҫкә аласаҡ, «Ҡағы ағасы» һәйкәленә һәм терактта һәләк булыусылар ерләнгән «Фәрештәләр ҡалаһы»на зыярат ҡыласаҡ.    

Бөгөндән Рәсәйҙә штраф туҡталҡаларына алып кителгән автомобилдәрҙе штраф түләгәнгә тиклем алыу мөмкинлеге биргән закон үҙ көсөнә инде. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, автомобиль хужалары үҙ машинаналарын  уға хоҡуҡтарын билдәләүсе документтар күрһәтеп алып китә ала. Быға тиклем автомобилде эвакуациялау һәм һаҡлау сығымдарын түләгәндән һуң ғына алырға мөмкин ине. Хәҙер, яңы закон буйынса, был сығымдарҙы һәм штрафты машинаны барып алғандан һуң да түләргә була.

ХХХ
Америкала 50-нән ашыу кешенең А гепатиты менән сирләүе теркәлгән. Инфекция сығанағы тип Мысырҙан килтерелгән емеш-еләк һанала. Вирустар тыуҙырған бауыр сире халыҡта майҙа уҡ асыҡлана башлаған. Әммә уны ҡуҙғатыусы ризыҡтың сәбәбен белгестәр яңы ғына асыҡлаған. Яҡын киләсәктә  Америкала был сир менән яфаланыусылар тағы ла артыр тип көтөлә.  

ХХХ
Бразилия сенаты ағзалары президент Дилма Русефҡа суд процедураһының һуңғы  ғәйепләүе өсөн тауыш бирҙе. Хәҙер дәүләт башлығы вазифаһы  ваҡытлыса вице-президент Мишел Темерға йөкмәтелде. Отставкаға китер алдынан ил етәксеһе үҙ яҡлылары менән осрашҡан.  Хушлашыу һүҙен экс-президент Владимир Маяковскийҙың «Ну, что ж!» шиғыры менән тамамлаған.  

ХХХ
Бөгөн Ҡытайҙың «Куньлунь Ред Стар» клубы Континенталь хоккей лигала үҙенең тәүге рәсми уйынын үткәрҙе. Пекин командаһы Хабаровскиҙа «Амур» менән осрашты. Башҡортостан көйәрмәндәренә яҡшы таныш Владимир Юрзинов етәкләгән коллектив Рәсәй клубын 2-1 иҫәбенә отто.  Юлаевсыларҙың КХЛ дебютанты менән осрашыуы 19 октябргә тәғәйенләнгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика