ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 10.02.2016

Владимир Путин менән тура элемтә апрелгә тәғәйенләнде. Күләмле сара үткәреләсәк көн тураһында һуңғараҡ билдәле буласаҡ тип белдерҙе президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков. Тура элемтә барышында быйыл АйСи кю мессенджерен файҙаланыу мөмкинлеге тураһындағы мәғлүмәтте ул инҡар итте

Торлаҡ ипотекаһы кредитлау агентлығы етәксеһе сит ил валютаһында ипотека алыусыларҙың хәлен ауыр тип баһаланы. Илдә ипотека юллаусы 3 миллион ярым кеше иҫәпләнә, уларҙың 18 меңе кредитты сит ил валютаһында алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса был кешеләрҙең 2 меңе әле түләүҙәр менән ауырлыҡтар кисерә.

ХХХ
Сит ил эштәре министрлығы Сеулдың , Төньяҡ Кореяға Рәсәй ракета технологияларын тапшырылыуы тураһында ғәйепләүҙәрҙе ялған тип баһаланы һәм был ил етәкселеген ғәфү үтенергә саҡырҙы. Илебеҙ халыҡ-ара килешеүҙәрҙе теүәл үтәй Көньяҡ Корея вәкилдәре һүҙҙәрен дәлил менән нығытырға, йә ғәфү үтерге тейеш тип билдәләгән  сит ил эштәре министрлығының департамент етәксеһе Михаил Ульянов.

ХХХ
Төнъяҡ Кореяла иһә бөгөн Армияның генераль штабы етәксеһе Ли Ен Гиль язалап үлтерелгән. Рәсми  Пхъяндың мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, генерал коррупцияла ғәйепләнә.

ХХХХ
Барак Обама конгресстан киберименлек сараларына 19 миллиард доллар бүлеүҙәрен һораны. Был аҡсалар хөкүмәт структураларының компьютер хәүефһеҙлеген нығытыуға тотоноласаҡ тип билдәләгән Ҡушма Штаттар Президенты. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, ошондай уҡ сараларҙың бюджеты быйыл 35 процентҡа арттырылған тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.

ХХХ
Хыялы тормошҡа ашҡан. Американан 86 йәшлек Ли Вахтсеттер бар мөлкәтен һатып аҡсаһын  круиз лайнерында сәйәхәткә тотонған. Йәш сағымда донъя гиҙеү теләге ҙур ине, хаҡлы ялға сыҡҡас та уны тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләнем, тип белдергән ул. Әле ханым өсөн өҙлөкһөҙ сәйәхәт дауам итә.  7-се йыл инде ул круз карабында йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку