ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 10.05.2016

Рәсәй Президенты Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадын юғары баһалаған. Кремлдең таш түшәлгән урамынан тигеҙ сафтарҙа 10 меңдән ашыу кеше, 135 берәмек хәрби техника үтте, һауаға 71 самолет һәм вертолет күтәрелде.  Бынан тыш, «Үлемһеҙ полк» акцияһы донъяның бик күп илдәрендә миллиондарса кешене берләштерҙе.  Канаданың Торонто ҡалаһында сараға өс мең самаһы кеше, шул иҫәптән Башҡортостанда тыуып-үҫкән милләттәштеребеҙ сыҡты.

Биш байкерҙың ғүмерен өҙөүҙә ғәйепләнеүсе Илья Асеевҡа ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарылды.  Яҡын көндәрҙә экспертиза ирҙең иҫе-аҡылы теүәллеген раҫлаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос фажиғә 8 май иртәһендә Мәскәү өлкәһендә теркәлә. Эсеп алған байкерҙар менән Илья Асеев араһында низағ ҡуба. Һуңғыһы үс алыу ниәтендә «Сайга» һунар карабинынан байкерҙар төркөмөн атып үлтерә.

ХХХ
Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында - янғын! Бөгөн Амур өлкәһенең Заречная Слобода ауылында 11 өйҙө ут ялмап ала. Янғындың артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында төбәккә  Хабаровскиҙан самолет амфибия ярҙамға килә. Ҡазаға тарыусы ғаиләләр әлеге ваҡытта  Зея ҡалаһындағы граждандарҙы ваҡытлыса ҡабул итеү пунктарына урынлаштырылған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

ХХХ
Бөгөн Швецияла Евровидение конкурсының беренсе ярымфиналы үтә. «Һин-берҙән-берем» композицияһы менән туғыҙынсы булып Рәсәй йырсыһы Сергей Лазарев сығыш яһай. Бөгөнгө ярымфиналда барлығы 18 илдең башҡарыусылары ҡатнаша. Әммә халыҡ-ара жюри улар араһынан ун фаворитты ғына һайлап аласаҡ. Икенсе ярымфинал кесе йома, ә быйылғы Евровидение еңеүсеһе шәмбелә иғлан ителә.

ХХХ
«Роза Хутор» курортында  бер нисә көн дауамында Бөтә Рәсәй йүгереү фестивале үтте. Илдең көньяғына төрлө төбәктәрҙән ике мең самаһы спортсы йыйылды. Ярыммарафонда Өфөнән Андрей Сафронов та үҙ көсөн һынап ҡараны. 700 метрға тиклем бейеклекте яулауҙа Башҡортостан вәкиле абсолют чемпион булды. Уға генераль бағыусы LADA XRAY автомобиле  бүләк итте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика