ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 24.08.2016

Рәсәй хөкүмәте ышанысын юғалтҡан етәкселәрҙең исемлеген төҙөйәсәк. Уны дәүләт мәғлүмәт селтәренең дәүләт хеҙмәте бүлегендә урынлаштырыу күҙаллана. Власть органдарынан ышанысын юғалтыу сәбәпле  вазифаһынан бушатылыусыларҙың берҙәм исемлеген төҙөү тәҡдиме Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан әҙерләнгәйне.

Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт  ҡытай халыҡ республикаһынан йыуылмаған картуф индереүҙе тыйҙы. Бүлбеләрҙәге тупраҡта Рәсәй үҫемлектәр донъяһына зыян килтерерҙәй бөжәктәрҙең йомортҡалары йәки ҡарышлауыҡтары булыуы ихтимал тигән аңлатма биргән белгестәр.

ХХХ
Рәсәй президенты Владимир Путин  ер тетрәү сәбәпле Италия халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты. рәсми телеграмма илдең  министрҙар советы рәйесе Матио Ренци исеменә ебәрелде. Аппенин ярымутрауында сейсмик әүҙемлек һөҙөмтәһендә 73 кешенең ғүмере өҙөлдө, йөҙҙөн ашыуы йәрәхәтләнде тип хәбәр итә мәғлүмәт сығанаҡтары.

ХХХ
Төркиә танктары Сүриә сиген үтте. Илдең ҡораллы көстәре Джараблус ҡалаһын рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмөнән азат итеү операцияһын уҙғара тип билдәләй рәсми сығанаҡтар. Шул уҡ ваҡытта был аҙым Сүриә хөкүмәте тарафынан оккупация һәм ил мөстәҡиллеген боҙоу тип баһаланды. Рәсәй сит ил министрлығы ла Төркиәнең операция уҙғарыуына борсолоу белдерҙе. Дипломаттар фекеренсә, төбәктә милләт-ара хәл киҫкенләшеүе,  ғәрәптәр менән курдттар араһында ҡораллы бәрелештәрҙең артыуы ихтимал.

ХХХ
Глобаль селтәрҙә донъялағы иң ҙур һауа судноһының ҡолап төшкән мәлен һүрәтләгән видеояҙма  урынлаштырылды. Британияла Аирлендер-10 исемле  самолет һәм дирижабль гибридының тест осоштары яһалды. Яҙманан күренеүенсә, башланғыста талғын ғына һауаға күтәрелгән аппарат кинәт мороно менән ергә ҡаҙалды.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика