ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 22.08.2016

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев  баҡсасылыҡ ширҡәттәренең эшмәкәрлеген яңы ҡануниәт нигеҙендә көйләү көн талабы тип белдерҙе. Уның фекеренсә,  был өлкәгә ҡағылған закондарға егерме йыллап  үҙгәрештәр индерелгәне юҡ. Уларҙың күбеһе хәҙер заман талаптарына яуап бирмәй.

Дәүләт Думаһы 600 пластик хәреф һатып алуға заказ бирҙе. Улар яңы саҡырылыштағы депутаттарҙың бүлмәләрен яңыртыу өсөн ҡулланыласаҡ. Дәүләт һатып алыуҙары сайтындағы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, хәрефтәр  елемле нигеҙҙә, ике яҡлы пластиктан булырға тейеш.

ХХХ
Францияның экс-президенты Николя Саркози 2017 йылда үтәсәк дәүләт башлығы һайлауҙарында үҙ кандидатураһын ҡуйырға иҫәп тота. Был турала Франс-пресс агентлығы хәбәр итте. Быға тиклем илдең ғәмәлдәге президенты Франсуа Олланд та президентлыҡ амбициялары булыуы тураһында белдергәйне.  

ХХХ
Төркиәнең Газиантеп ҡалаһындағы туйҙа шартлауҙы  Рәсәйҙә тыйылған «ислам дәүләте» террор төркөмө ойошторған булыуы ихтимал. Был турала илдең именлек хеҙмәттәренә һылтанып, рейтер агентлығы хәбәр итте.  Белгестәр әйтеүенсә, террор ғәмәлендә ҡулланылған шартлатҡыс, 2015 йылды Анкара һәм Суруче ҡалаларындағы күләмле шартлауҙарҙа ҡулланылғандарға оҡшаш.

ХХХ
Һиндостандың көнсығышында Ганг  йылғаһы ярҙарынан сығыу һөҙөмтәһендә кәмендә 40 кешенең ғүмере өҙөлгән, 100 меңләп кеше эвакуацияланған. Һиндостанда әле муссон ямғырҙары миҙгеле. Өҙлөкһөҙ яуым-төшөм йылғаларҙың кимәле күтәрелеүенә булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика