ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 15.08.2016

Рәсәй Президенты һыу транспортын үҫтерергә ҡушты. Был өлкәләге мәсьәләләр бөгөн Дәүләт Советы ултырышында ҡаралды. Владимир Путин билдәләүенсә, илдә тәрән һыулы берҙәм транспорт селтәрен, йәғни каналдар системаһын тергеҙеү мөһим.

Мәскәүҙә Яуза йылғаһы ярҙарынан сыҡты. Һуңғы тәүлектәрҙә илдең баш ҡалаһында ямғырҙар тынмай. Мегаполистың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә юлдарҙы һәм инфраструктура обьекттарын һыу баҫыу осраҡтары теркәлде.

ХХХ
Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Президенттары иртәгә рәсми осрашыу үткәрәсәк. Владимир Путин менән Нурсолтан Назарбаев Евразия иҡтисади берлеген артабан үҫтереү юлдары һәм Төркиә менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләһе тураһында  фекер алышасаҡ. Осрашыу Сочи ҡалаһында үтә.

ХХХ
Төркиәлә полиция бүлеген шартлаттылар. Илдең Диярбаҡыр провинцияһында теркәлгән террор ғәмәлендә  өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы, полиция бүлеге янында мина һалынған йөк автомобиле һауаға осҡан.

ХХХ
Австрия мигранттарға бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерергә йыйына. Илгә күскенселәр ағымы туҡтамай. Европа берлегенең ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу буйынса 10 меңлек квотаһы күптән үтәлгән, Венала ғына әле 20 мең мигрант иҫәпләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика