ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 09.08.2016

Президент Владимир Путин Сүриә биләмәләрендә Рәсәй хәрби  авиабазаһын урынлаштырыу  тураһында  килешеүҙе  Дәүләт Думаһында  ҡарауға  тапшырҙы.  Уға  тиклем  документты  премьер-министр  Дмитрий  Медведев  хупланы.  Килешеүгә  ярашлы,  Сүриәнең  Хмеймим  аэродромында  Рәсәй  һауа-йыһан  көстәре  самолеттары  урынлаша.  База  өсөн  түләү  ҡаралмаған,  урынлашыу  ваҡыты  сикләнмәгән.

Рәсәйҙә водитель таныҡлығын күп функциялы үҙәктәрҙә алмаштырыу рөхсәт ителәсәк. Быйыл 1 ноябрҙән ошондай закон үҙ көсөнә инә, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш министрлығынан. Әле водитель таныҡлығын фәҡәт Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәләрендә генә алыштырып була.

ХХХ
Рәсәйҙең көнбайыш сиктәрендә сит ил һауа аппараттарының әүҙемлеге күҙәтелә. Уҙған аҙнала Калининград өлкәһе сигенә Америка Ҡушма Штаттарының разведка самолеты осоп килде. Был хаҡта хәрби авиация хәрәкәтен күҙәтеүсе Европа сайттары хәбәр итә. Бындай самолеттар радарҙар тулҡынын табыу, илдең һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрен контролдә тотоуға тәғәйенләнгән. Һуңғы өс айҙа һауа аппараттары Рәсәй сиктәренә сама менән 50 тапҡыр осоп килгән.

ХХХ
Польшаның Кельц  ҡалаһындағы Совет һалдаттары мемориалына вандалдар һөжүм иткән. Поляк ветерандары урындағы етәкселәрҙе ҡәберҙәрҙе һаҡлауҙа ярҙам күрһәтергә саҡыра. Власть вәкилдәре иһә зыярат тиҙ арала тәртипкә килтереләсәк, емерелгән плитәләр яңыларына алмаштырыласаҡ тип ышандыра. Был вәхшилек Кельцта беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй. Июлдә лә ошондай уҡ хәл теркәлгән.

ХХХ
Бөгөн Санкт-петербургта  Рәсәй президенты Владимир Путин,  Төркиә лидеры Рәжәп Тайып Эрдоған менән осрашты. Дәүләт башлыҡтары ике яҡлы хеҙмәттәшлекте яйға һалыу тураһында килеште. Осрашыуҙа терроризмға ҡаршы көрәш һәм сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе яңыртыу мәсьәләләре лә күтәрелде.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика