ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 11.07.2016

Сит ил эштәре министрлығы Нато ойошмаһын Рәсәйҙе яуыз итеп күрһәтергә тырышыуҙа ғәйепләне. Көнсығыштан булмаған хәүефкә ышыҡланып альянс үҙ көсөн нығыта. Хәрби күнекмәләр үткәрә, Рәсәй сигенә хәрби берәмектәр урынлаштыра. Шул уҡ ваҡытта Европа һәм Атлатикалағы дөйөм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән аныҡ эшмәкәрлек алып барылмай. Был турала Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Рәсми вәкиле Марина Захарова бөгөн үткән брифингта белдерҙе.

Ҡырымда граждандар авиацияһы өсөн белгестәр әҙерләнәсәк. Ярымутрауҙа Ульяновск граждандар авиацияһы институтының филиалын асыу күҙаллана. Был турала төбәк етәксеһе Сергей Аксенов фейсбуктағы рәсми аккаунтында белдерген. Төбәк етәксеһе фекеренсә, юғары квалификациялы пилоттар әҙерләү Ҡырым өсөн генә түгел, тотош Рәсәй кимәлендәге көнүҙәк мәсьәлә.

ХХХ
Ҡушма Штаттар Ираҡта Рәсәйҙә тыйылған "Ислам дәүләте" террор төркөмө менән көрәшкә һылтанып 560 кешелек хәрби контингент урынлаштырасаҡ. Был турала Американың оборона министры Эштон Картерҙың һүҙҙәренә һылтанып, Ассошейтед Пресс агетлығы хәбәр итте. Пентагон вәкиле әйтеүенсә, хәрбиҙәр Мосул ҡалаһы эргәһендә террорсыларҙан таҙартылған яңы аваиация базаһын йыһазландырыуҙа ярҙам күрһәтәсәк.

XXX
Тереза Мей Бөйөк Британия премьеры вазифаһына дәғүә итеүсе берҙән-бер кандидат. Бөгөн көрәштән Британияның энергетика министры урынбаҫары Андреа Лидсом төшөп ҡалды. Ул мәғлүмәт сараларына тауыш биреүҙән үҙ теләге менән кандидатураһын алыу тураһында белдереү яһаны.

ХХХ
Төркиә полицияһы Истамбулдың Ататөрөк аэропортында шартлау ойоштороуҙа ғәйепләп йәнә ете кешене ҡулға алды. Был турала илдең ,,Сабаһ" гәзите яҙа. Баҫмала урын алған мәғлүмәттә күренеүенсә, ҡулға алыныусылар террор төркөмө менән бәйләнештә булыуҙа ғәйепләнә. Терррор ғәмәле сәбәптәрен тикшереү барышында  барлығы 37 кешенең ирке сикләнгән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика