ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 13.04.2016

Рәсәй Президенты Владимир Путин иртәгә үтәсәк «тура бәйләнеш»кә төнгә тиклем әҙерләнә, Ә был ваҡытта барлыҡ чиновниктар ҙа телефонда ултырасаҡ. Дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков билдәләүенсә, әлегә килгән һорауҙар бер миллиондан ашып киткән. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» иртәгә үҙәк каналдарҙа көндөҙгө сәғәт икелә башлана.  

Мәскәүҙә бейек йорт төҙөлөшөндә эшләүсе ир йөҙөнсө ҡаттан ҡолап һәләк булған. Фажиғә бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә теркәлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡазаға тарыусыға 25-30 йәштәр самаһы. Ул баш ҡалаға көньяҡ илдәрҙең береһенән килгән булған. Әйтергә кәрәк, был «Мәскәү-сити» үҙәгендә теркәлгән беренсе ваҡиға түгел. Былтыр ноябрҙә ошо уҡ бинанан ҡолап төшкән 16 йәшлек ҡыҙ ҙа реанимацияға эләккәйне.

ХХХ
Быйыл Рәсәй игенен экспортҡа оҙатыу былтырғы кеүек 33 миллион тонна күләмендә һаҡланасаҡ. Был турала Ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдергән. Күҙаллауҙар буйынса, быйыл  104 миллион тонна ашлыҡ һуғыу ҡарала. Бынан Рәсәй бойҙайына экспорт пошлинаһы яңы уңышҡа тиклем ғәмәлдә булыр тип көтөлә.

ХХХ
Францияла «Ролан Гаррос» турнирын ойоштороусылар быйыл ҡатнашыусы теннисистар исемлеген иғлан итте. Улар араһында донъяның туғыҙынсы ракеткаһы Мария Шарапова ла бар. 28 йәшлек Рәсәй вәкиле мельдоний ҡулланғаны өсөн  халыҡ-ара ярыштарҙан ситләштерелгәйне.  Әммә бөгөн донъяның допингҡа ҡаршы көрәш агентлығы спортсылар ҡанында табылған мельдонийҙың рөхсәт миҡдарын иғлан итте. Уға ярашлы, анализ 2016 йылдың 1 мартына тиклем алынһа һәм күрһәткес 1 миллиграммдан артмаһа, спортсыға ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика