ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 09.02.2016

Псков өлкәһендә МИ-8 вертолетының аварияһының яҡынса сәбәптәре билдәле булды. Тәүге тикшереүҙән һуң белгестәр техник төҙөкһөҙлөк тигән һығымта яһаған. Авиаһәләкәт сәбәптөренә бәйле, теүәл мәғлүмәт тикшереү тамамланғандан һуң иғлан ителәсәк.

Ҡырымда африка тағуны таралыуы сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был туралағы ҡарарға бөгөн республика башлығы Сергей Аксенов ҡул ҡуйҙы. Ҡурҡыныс инфекция  Белогорский һәм Раздольненский райондарында табылған. Төбәктәге сусҡа хужалыҡтарында әле карантин иғлан ителгән, малсылыҡ тауарҙарын һатыуға сикләүҙәр индерелгән.

ХХХ
Баварияла ике поездың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлдө, йөҙләгән кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылды. Ғәҙәттән тыш хәл Германияның Бад айблинг ҡалаһы янында теркәлде. Вагондарҙың рельстан сығыуы сәбәпле, тимер юлында хәрәкәт туҡтатылған. Ваҡиға урынында Германия һәм Австрия ҡотҡарыусылары эшләй.

ХХХ
Японияның фонд баҙары ауҙы. Никкей индексы 2013 йылдан бирле иң түбән күрһәткестәрҙә теркәлде. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың ҡапыл арзанайыуы Ҡушма Штаттар һәм Европа баҙарындағы көрсөккә бәйле тип билдәләй белгестәр. Японияның финанс министры хәл артабан да киҫкенләшһә, үҙәк банк ставкаларҙы арттырыу сараһын күрәсәк тип белдерҙе.

ХХХХ
Ҡытай ҡояш электр станцияларының ҡеүәте буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Фотогальваник ҡоролмалар 43 миллион киловаттан ашыу энергия бирә тип хәбәр итә Ҡытай дәүләт энергетика идаралығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика