ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 31.10.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 31.10.2016 31.10.2016

Мысырҙа Синай ярымутрауы өҫтөндә һәләкәткә тарыған А 321 Рәсәй авиасудноһы ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үтте. Шарм-әл-Шәйех сиркәүендә үткән хәтер кисәһендә Мысырҙың граждандар авиацияһы министры, Көньяҡ Синай провинцияһы губернаторы, Рәсәй дипломаттары, һәм илселек вәкилдәре ҡатнашты. Мысыр чиновниктары яҡындарын юғалтыусыларҙың ҡайғыһын уртаҡлашып, ҡабат бындай фажиғәләргә юл ҡуйылырға тейеш түгел, тип билдәләне.

Бөгөн 150-нән ашыу мигрант Марокко менән Испания сиген үткән. Бының өсөн уларға Марокко менән ошо уҡ илдә урынлашҡан Испания биләмәһен айырып торған ике бейек стенаны аташлап сығырға тура килгән. Ҡыҙыл тәре ойошмаһы хәбәр итеүенсә, сикте үтеүсе мигранттар һаны билдәһеҙ, сөнки улар шунда уҡ төрлө йүнәлештә таралышҡан. Шулай уҡ, сәнскеле сым уратылған 7 метр бейеклектәге стенаны аша төшкәндә йәрәхәт алған 20 мигрант дауаханаға оҙатылған.

ХХХ
Бөгөн Мәскәү тимер юлының Чухлинка станцияһында тауар поезы вагондарының береһендә шартлатҡыс табылған. Был турала баш ҡала хоҡуҡ һаҡлау оргондары хәбәр итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн, состав шунда уҡ запас юлдарға күсерелгән. Тикшереүҙән һуң хәүефле табыш Рәсәй оборона министрлығына ҡараған булыуы асыҡлана. Ведомство хәрби припастар көнбайыш хәрби округҡа тәғәйенләнгән һәм улар бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмаған, тип билдәләгән. Тимер юл вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, станцияла поездар хәрәкәтендә тотҡарлыҡтар юҡ, рейстар ғәҙәти режимда башҡарылған.  

ХХХ
Бөгөн 102-се йәшендә билдәле актер Владимир Зельдиндың ғүмере өҙөлдө. Мәрхүмдең тормош иптәше Иветта Зельдина әйтеүенсә, актер өс аҙна элек ҡаты ауырып китә. 29 октябрҙә уны Склифосовский исемендәге фәнни тикшеренеү үҙәгенә урынлаштыралар. Быйыл СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Зельдинға 101 йәш тулды. Сәхнә оҫтаһы үҙенең тыуған көнөн ғәҙәттәгесә, Рәсәй армияһының Үҙәк академия театры сәхнәһендә үткәргән. Унда ул 1945 йылдан эшләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика