ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 31.05.2017 31.05.2017

2018 йылда үтәсәк Президент һайлауҙарында ҡатнашасаҡ кандидаттар тураһында фекер йөрөтөргә әле иртә. Был турала Владимир Путин Францияның «Ле Фигаро» гәзитендә баҫылған интервьюһында белдерҙе. Президент тауыш биреү кампанияһы закон нигеҙендә үтәсәк һәм   һайлауҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла үҙ кандидатураһын ҡуя аласаҡ тип вәғәҙәләне.

Күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙы балалар майҙансыҡтары һәм мәктәптәргә яҡыныраҡ урынлаштырырға  мөмкин буласаҡ. Уйын майҙансыҡтарына ҡояш төшөү ваҡытын билдәләгән санитар нормаларға үҙгәрештәр индерелде. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, элек был күрһәткес өс сәғәт булһа, хәҙер ике сәғәт ярымға тиклем ҡыҫҡартылды. Яңы нормаға ярашлы, 17 ҡатлы йортто балаларҙың уйын урынына 10 метрға яҡыныраҡ төҙөү мөмкинлеге буласаҡ.

ХХХ
Рәсәй хәрби диңгеҙ көстәре Сүриәнең Пальмира ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан Ислам дәүләте террор төркөмө нығытмаларын һәм техникаһын утҡа тотто. Урта диңгеҙҙән осоролған "Калибр" ракеталары билдәләнгән сәптәрҙе уңышлы юҡ итте. Был турала оборона министры Сергей Шойгу Президент Путинға биргән мәғлүмәтендә белдерҙе.  

ХХХ
Афғанстандың баш ҡалаһы Ҡабулда  көслө шартлау. Террор ғәмәле һөҙөмтәһендә  80 кешенең ғүмере өҙөлгән, 300-ләбе йәрәхәтләнгән. Бомбаның илселектәр һәм халыҡ-ара ойошмалар урынлашҡан урамда шартлатылыуы билдәле. Германия, Франция, Ҡытай һәм Төркиә дипломатия миссиялары урынлашҡан биналар зыян күргән.

ХХХ
Автралияла бер төркөм балыҡсылар  көскә крокодил тешенән  ҡотолоған. Урындағы йылғаларҙың береһендә кәмәнән балыҡ ҡармаҡлаған ирҙәр йыртҡысҡа юлыға. Крокодил һыу өҫтөндәге кешеләрҙе күреү менән уларға ташлана. Видеоның интернет селтәренә урынлаштырылыуына ҡарағанда, балыҡсылар йорттарын имен-һау ҡайтып еткән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика