ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 31.03.2017 31.03.2017

Рәсәй Президенты Именлек советының даими ағзалары менән сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Осрашыуға Арктикала хәрби берәмектәрҙе урынлаштырыу, Белоруссия менән союздаш мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Совет ағзалары шулай уҡ Ираҡтың  Мосул ҡалаһында гуманитар хәл киҫкенләшеүгә борсолоу белдерҙе.

Илдең Алыҫ Көнсығыш төбәктәренә ҡош киҙеүе янай. Был турала ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Николай Власов иҫкәртте. Уның фекеренсә, хәүефле вирус тыуҙырған эпидемиялар көньяҡ-көнсығыш азия илдәрендә йыш күҙәтелә. Йоғошло ауырыу Приморье аша үтеп, Хабаровск крайы, Магадан өлкәһе, Камчатка һәм Чукоткала таралыуы ихтимал.

ХХХ
Британия диңгеҙ пехотаһын ҡыҫҡарта. Илдең оборона министрлығын финанслауға 10 миллиард фунт стерлинг етешмәй. Ведомство сығымдарҙы ҡыҫҡартыуған баш тартып, ҡораллы көстәрҙе оптималләштерергә ҡарар иткән. Уның нигеҙендә диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйәнләнеш отрядтары һаны ҡыҫҡартыла тиелә Таймс гәзите баҫылған мәғлүмәттә.

ХХХ
Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса сираттағы һөйләшеүҙәр май уртаһында  Женевала үтә. Низағта ҡатнашыусы көстәр тәүҙә Астанала йыйыла. Женевалағы осрашыу нигеҙенә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһындағы килешеүҙәр  һалынасаҡ тип билдәләнә Рәсәй сит ил эштәре министры урынбаҫары Геннадий Гатилов биргән интервьюла.

ХХХ
Ҡытайҙың Сиань ҡалаһында хирургтар яһалма ҡолаҡ япрағын күсереп ултыртыу буйынса үҙенсәлекле операция уҙғарҙы. Пациенттың органы уның беләгендә үҫтерелде тип хәбәр итә Синьхуа агентлығы. Ҡолаҡ япрағын 37 ир бер йыл элек автомобиль аварияһында юғалтҡан була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика