ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 30.06.2017 30.06.2017

Бөгөн Мәскәүҙә көслө ел сығып, йәшенле ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла туғыҙ кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Һауа торошоноң боҙолоуы тураһында синоптиктар халыҡҡа алдан уҡ хәбәр итте. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр бындай иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалманы. Төштән һуң башланған тәбиғәт ғәрәсәте урамдарҙың һыу аҫтында ҡалыуына, ағастарҙың ҡолауына,  күп һанлы автомобилдәрҙең зыян күреүенә килтергән. Мәскәү өлкәһендә 4 меңдән ашыу кеше утһыҙ ҡалған. Аэропорттарҙа тиҫтәләрсә рейстар тотҡарланған.  

Силәбе өлкәһе Бредин районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән. Төбәктең бер нисә ауылында ете сантиметрға тиклемге ҙурлыҡтағы борсаҡ яуыуы теркәлгән. Көндөң ҡапыл боҙолоуы айырыуса хужалыҡ баҫыуҙарына юғалтыуҙар  килтергән. Өс мең гектарға яҡын майҙанда арпа, арыш һәм бойҙай кеүек культуралар юҡҡа сыҡҡан. Шулай уҡ торлаҡ йорттар һәм автомобилдәр ҙә зыян күргән. Ҡайһы бер ауылдар утһыҙ ҡалған.  

ХХХ
Рәсәй Президенты ҡаршы санкцияларҙы 2018 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылды. 15 июндә туранан-тура бәйләнеш ваҡытында Владимир Путин ҡаршы санкция мәсьәләһе партнерҙарға ярашлы рәүештә хәл ителәсәк, тип белдергәне. Сикләүҙәр Рәсәйгә ҡарата санкциялар алынғанға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

ХХХ

Петр Порошенко Пенсильвания штатынан ике миллион тонна күмер һатып алырға йыйына. Украина Президентын океан аръяғынан килтереләсәк ер аҫты байлығының бер нисә тапҡырға ҡиммәт булыуы ла ҡурҡытмай. Әйткәндәй, Дональд Трамп коллегаһының үтенесен кире ҡаҡмаясағын белдергән. Әле Американың тағы ла донъяның бик күп илдәрен яғыулыҡ менән тәьмин итерлек запасы тупланған.  

ХХХ
Футбол буйынса Конфедерациялар Кубогы финалына 53 меңдән ашыу билет, йәғни 90 процент самаһы һатылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәл иткес уйын 2 июлдә Санкт-Петербургта үтә һәм унда Германия менән Чили йыйылма командалары осраша. Хаҡтарға килгәндә, иң ҡиммәтле билет 40 мең һумға, иң осһоҙо 6 меңгә һатыла. Шулай уҡ VIP-урындар ҙа ҡаралған. Әммә уларҙың күпме тороуы тураһында хәбәр ителмәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика