ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 30.03.2017 30.03.2017

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2017 йылдың 1 апреленән Ҡораллы көстәр сафына 142 мең кеше алынасаҡ. Указ нигеҙендә хеҙмәт мөҙҙәте тулған һалдат, матрос, сержант һәм старшиналар өйҙәренә ҡайтарыла. Рәсәй хөкүмәте, ил субьекттары башҡарма власть органдары һәм хәрби саҡырылыш  комиссияларына  тейешле сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә ҡушылған.

Бөтә Рәсәй  Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге- ВЦИОМ  сираттағы социологик тикшеренеү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 35 проценты балаһын табип йәки башҡа медицина хеҙмәткәре итеп күрергә теләй. Икенсе урында хәрби, өсөнсөлә юрист һәм уҡытыусы һөнәрҙәре килә.

ХХХ
Төньяҡ атлантика альянсының Брюсселдәге штаб-фатирында бөгөн Рәсәй-НАТО советының сиратттағы ултырышы үтте. Фекер алышыу барышында яҡтар  сик буйындағы хәрби эшмәкәрлек тураһында мәғлүмәт менән алмашты. Терроризға ҡаршы көрәш һәм Евроатлантикала именлекте тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

ХХХ
Сүриәләге граждандар һуғышы башланғандан бирле 5 миллиондан ашыу ҡасаҡ күрше  Төркиә, Ливан, Иордания, Ираҡ һәм Мысырға һыйынған. Был тарала Берләшкән Милләттәр ойошмаһының ҡасаҡтар эштәре буйынса идаралығы хәрәр итә. Шул уҡ ваҡытта сүриәлеләрҙең ни бары 488 меңе генә махсус йыһазландырылған  лагерҙарҙа урынлаштырылған.

ХХХ
Нидерландттарҙың табиптар федерацияһы эвтаназия тураһындағы законға ҡаршы сыҡты. Был ойошмаға 50 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре инә. 2002 йылда Нидерландттар һәм Бельгия ауыр хәлдәге пациенттарҙың ауыртыныуҙарын туҡтатыу өсөн эвтаназияны ҡулланыуҙы хуплағайны. Әле федерация вәкилдәре, атап үтелгән ысул аҡ халатлыларҙың намыҫына тап төшөрә тигән һығымта яһаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика