ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 28.10.2016 28.10.2016

Сүриә оппозицияһы Алеппо провинцияһының үҙәк өлөшөнә һөжүм итә башлаған. Улар ҡамауҙы емереү өсөн Град системаһын ҡуллана. Бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә кәмендә 15 граждандың ғүмере өҙөлгән. Баш күтәреүселәрҙең маҡсаты -  Бәшәр Асад ғәскәрҙәре контролдә тотҡан Әл-Найраб хәрби аэродромын баҫып алыу.

Кемеров ҡалаһында көслө ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Был ҡарар ҡала етәкселегенә таҙартыу эштәренә сәнәғәт предприятиелары транспорттарын да йәлеп итергә мөмкинлек биргән. Һуңғы тәүлектә генә ҡала урамдарына 200-гә яҡын  берәмек техника сыҡҡан.  Шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәргә урындағы ирекмәндәр, студентар һәм юғары синыф уҡыусылары ла ҡушылған.

ХХХ
Севастополь Төркиә менән паром бәйләнешен тергеҙгән. Ниһайәт, бер йылға һуҙылған тәнәфестән һуң «Варяг» йөк судноһы бөгөн тәүге рейсҡа сыҡты. 2015 йылдың ноябренә тиклем был паром сил илдән халыҡ ҡулланышындағы тауарҙар, төҙөлөш материалдары, йәшелсә һәм емеш-еләк ташыған. Әммә былтыр ноябрҙә Сүриә күгендәге фажиғә ике ил араһындағы бәйләнештәрҙең боҙолоуына килтерҙе.  Шунлыҡтан  Севастополь властары паром бәйләнешенән  баш тартырға ҡарар иткәйне.

ХХХ
Республика партияһынан кандидат Дональд Трамп бер ниндәй һайлауһыҙ үҙен Америка Президенты итеп тәғәйенләргә тәҡдим иткән. Был турала ул үҙ яҡлылары менән Огайо штатында үткән осрашыуҙа белдергән. Ниәттәр бойомға ашҡан осраҡта кандидат илдәге бизнесҡа булған һалымды 15 процентҡа тиклем кәметергә һүҙ биргән. Әле ул 20 процентҡа күберәк. Шуға ҡарамаҫтан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса  Дональд Трамп  үҙ дәғүәсеһенән 14 процентҡа ҡалышып бара.  

ХХХ
«Өфө» футболсылары Рәсәй Кубогының сирек финалында Махачкаланың «Анжи» клубы менән осраша. Кисә дәғүәселәр үҙ майҙанында Санкт-Петербургтың «Зенит»ын 4-0 иҫәбенә ҡыйратты.  Шулай итеп Дағстан коллективы киләһе йылдың мартында Башҡортостан командаһы менән көс һынашасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, «Өфө» клубы үҙ сиратында Грозныйҙың «Терек» футболсыларын артабанғы турнирҙан төшөрөп ҡалдырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика