ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 28.03.2017 28.03.2017

Дәүләт Думаһына нормаға һалынмаған эш көнө тураһында закон проекты индерелде. Унда һүҙ йөклө ҡатындарға һәм 18 йәше тулмаған хеҙмәткәрҙәргә билдәле ваҡыттан күберәк эшләүҙе тыйыу тураһында бара. Бынан тыш, документ авторҙары нормаға һалынмаған эш көнө сәғәттәре йылына 120 сәғәттән дә артмаҫҡа тейеш тигән ҡарашта. Кире осраҡта, эш биреүсе хеҙмәткәргә  компенсация түләнергә тейеш була.

Махачкалала 300-ләп йөк автомобиле водителе «Кавказ» федераль трассаһында митингка сыҡҡан.  Сарала ҡатнашыусылар «Платон» системаһы буйынса хаҡтың күтәрелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 апрелдән «Платон» системаһы тарифтары юлдың бер саҡрымы өсөн 1 һум 53 тиндән 1 һум 91 тингә тиклем артасаҡ.

ХХХ
Нигерияла мейе ҡабығының шешеүе һөҙөмтәһендә кәмендә 140 кешенең ғүмере өҙөлгән.  Урындағы властар  ҡурҡыныс сирҙең контролдән сыға барыуына  борсолоу белдерә. Сөнки һуңғы мәғлүмәттәр буйынса әле илдең алты штатында менингит менән меңдәрсә кеше ауырый. Белгестәр сирҙең тиҙ арала таралыуын төнгө һыуыҡтар, ҡоро һәм елле һауа торошо менән бәйләй.

ХХХ
«Дебби» тип аталған көслө тропик циклон Австралияның төньяҡ-көнсығыш ярҙарына барып етте. Дауылдың тиҙлеге сәғәтенә 270 километрға етә. Урындағы властар төбәктәге  йөҙҙәрсә мәктәпте ябып торорға ҡарар иткән, 50 мең самаһы йорт утһыҙ ҡалған.  Быға тиклем тропик циклондан Мадагаскарҙа 38 кеше үлемесле яраланған.    

ХХХ
France Football мәғлүмәттәре буйынса, Криштиану Роналду донъялағы иң юғары эш хаҡы алыусы футболсы тип танылған. Һуңғы йылда Мадридтың «Реал» клубы уйынсыһына 87 миллион евро түләнгән. Икенсе урынды 11 миллионға кәмерәк эш хаҡы менән Барселона өсөн сығыш яһаусы Лионель Месси биләй. Пьедесталдың һуңғы баҫҡысында Неймар килә. Уның кеҫәһе былтыр 55 миллион евроға ҡалынайған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика