ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 28.02.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 28.02.2017 28.02.2017

Рәсәйҙең Кант хәрби авиабазаһы Ҡырғыҙстан өсөн кәрәк булғанса эшләйәсәк. Был турала бөгөн Владимир Путин Ҡырғыҙстан етәксеһе Алмазбәк Атамбаев менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика үҙенең ҡораллы көстәрен нығыттым тип тулы ышаныс менән әйткән осраҡта, беҙҙең ил үҙенең аваиабазаһын шул уҡ көндө аласаҡ, тине Рәсәй башлығы. Хәрби база 21-се быуат башында Ҡырғыҙстандың террорсылар һөжүменән зыян күргәндән һуң асылғайны.

Һиндостан штаттарының береһендә күперҙән автобус ҡолап төшкән. Юл-транспорт фажиғәһендә кәмендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла дүрт тиҫтә самаһы пассажир төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡазаға тарыусыларҙы салондан сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға махсус ҡорамалдар ҡулланырға тура килгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, аварияға автобус водителенең руль артында йоҡлап китеүе сәбәпсе булған.

ХХХ
Бөгөн иртән Әрмәнстандың Сюникс өлкәһендә магнитудаһы 5 балға еткән ер тетрәгән. Был турала илдең Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы белдерә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ер тетрәүен шулай уҡ эргә-тирәләге төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә һиҙгән. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм емереклектәр тураһында хәбәр ителмәй. Һуңғы тапҡыр Әрмәнстанда көслө тәбиғәт ғәрәсәте 29 йыл элек теркәлгәйне. Ул ваҡытта Спитак ҡалаһы һәм 300-ләп ауыл юҡҡа сыҡты, 25 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлдө.

ХХХ
Калифорнияла ике моторлы еңел самолет торлаҡ йорт өҫтөнә ҡолап төшкән. Был ваҡытта һауа судноһы пассажирҙары "Disneyland" күңел асыу паркынан ҡайтып килгән булған. Бинаға килеп һуғылғандан һуң көслө янғын сыға. Һәләкәттә кәмендә 4 кеше үлемесле яра алған. Ике үҫмер дауаханаға оҙатылған. Йортта йәшәүселәрҙең береһенә медицина ярҙамы талап ителгән.

ХХХ
«Водник» һәм «Байкал-Энергия» командалары баш тренерҙары икешәр йыл ярымға дисквалифиция алды. Рәсәйҙең туплы хоккей федерацияһы бөгөн шундай ҡарар ҡабул итте. Ҡаты язаға улар ике көн элек Архангельскиҙа уҙған уйын һөҙөмтәһе буйынса тарттырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡтар араһындағы осрашыу ҡунаҡтар файҙаһына 11:9 иҫәбенә тамамланды. Әммә был осрашыуҙа барлыҡ туптарҙы ла хоккейсылар үҙ ҡапҡаларына индергән. Шулай итеп һәр команда плей-оффтың тәүге этабында ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондарына ҡаршы уйнауҙан ҡасырға теләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика