ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 27.10.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 27.10.2016 27.10.2016

Дәүләт-ара авиация комитеты белгестәре Ямалда Ми-8 вертолетының фажиғәгә тарыу сәбәптәрен иғлан итте. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, һауаға күтәрелгән судноның панелендә яғыулыҡтың кәмеүен иҫкәртеүсе сигнализация эшләй башлаған. Ә инде бер нисә минуттан уның ҡапыл бейеклекте юғалтып ергә ҡолап төшөүө теркәлгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вахтасыларҙы ташыусы һауа транспорты 21 октябрҙә ҡазаға тарыны. Барлығы 19 кеше, шул иҫәптән өс экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлдө. Ҡорбандар араһында Башҡортостандан да ике хеҙмәткәр булған.  

Мальта етәкселеге үҙ порттарында Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотының авианосец караптарына яғыулыҡ ҡойорға рөхсәт бирмәгән. Әлеге ваҡытта «Адмирал Кузнецов» крейсеры башлығындағы суднолар Марокко ярҙары буйлап бара. Уларҙың артынан НАТО-ның ике карабы күҙәтеү ойошторған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй караптары алыҫ сәфәргә 15 октябрҙә сыҡҡайны. Уның составына «Адмирал Кузнецов»тан тыш, «Петр Великий» атом ракета крейсеры, «Североморск»,  «Вице-адмирал Кулаков» караптары, шулай уҡ уларҙы тәьмин итеүсе сундолар ингән.

ХХХ
Краснодар крайы хужалыҡтары быйыл 1 миллион тоннанан ашыу рис үҫтергән. Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда 9 процентҡа күберәк. Төбәк бындай уңышҡа үҙ тарихында тәүге тапҡыр өлгәшкән. Шулай ҙа статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, урындағы ауыл эшсәндәре 1980-се йылда ла бер миллионлыҡ сикте үткән. Әммә ул ваҡытта Краснодар крайы составындағы Адегей Республикаһы күрһәткестәре лә бергә ҡушылған булған.

ХХХ
Италияла йәшәүсе Дарио Гамбарин Америка Президентлығына кандидаттарҙың береһенә үҙенсәлекле бүләк яһаған. Быйыл фермер Верона ҡалаһы янындағы баҫыуҙа кукуруз үҫтергән. Тәү ҡарашҡа уның бер ниндәй ҙә айырмаһы юҡ, әммә бейеклектән ҡарағанда был культура Дональд Трамптың автопортретын хәтерләтә. Шулай итеп фермер әлеге ваҡытта дәғүәсенән ҡалышып барған  кандидатты йыуатырға теләгән.  

ХХХ
Зак Юйэнь континенталь хоккей лигала уңышҡа өлгәшкән тәүге Ҡытай хоккейсыһы. Бөгөн ул уйнаған «Куньлунь ред Стар» клубы үҙ боҙонда Хабаровскиҙың «Амур» командаһын ҡабул итте. Һигеҙенсе минутта Томаш Марцинко пасы менән  Зак Юйэнь үҙ коллективын алға сығарҙы. Был осрашыуҙағы берҙән-бер гол булды.  Шулай итеп  Ҡытай хоккейсыһы дәғүәселәр ҡапҡҡаһына 1 шайба индергән һәм 2 пас биргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика