ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 27.04.2017 27.04.2017

Владимир Путин Япония премьер-министры Синдзо Абэ менән осрашыуҙың эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләне. Бөгөн үткән һөйләшеү барышында берлектәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, шул иҫәптән иң ҡатмарлы проблемалар ҙа тикшерелгән. Был йәһәттән Рәсәй президенты Японияны иң мөһим партнерҙарҙың береһе тип атаған.

Бөгөн Босфор боҙағынан 40 километр алыҫлыҡта Ҡара диңгеҙ флотоның «Лиман» карабы һыу төбөнә китте. Был турала Рәсәйҙең оборона министрлығы хәбәр итте. Хәрби ведомствонан белдереүҙәренсә, ҡуйы томан мәлендә икенсе карап менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә судноның аҫҡы өлөшөндә ҙур ғына уйым барлыҡҡа килгән. Ҡазаға тарыусыларҙың барыһы ла Төркиәнең яр буйы һаҡсылары тарафынан эвакуацияланған.  

ХХХ
Италияның төньяғында поездар бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла өсәүһе ауыр тән йәрәхәттәре алған. Уларҙың барыһы ла тимер юлы хеҙмәткәрҙәре. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң был урында поездар хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатылған. Әле транспорт прокуратураһы фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.  

ХХХ
Франция уҡыусылары һәм студенттары ил президентын һайлау   һөҙөмтәләренә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акцияһына  сыҡҡан. Улар Эммануэль Макрон менән Марин Ле Пендың икенсе тураға үтеүенән ҡәнәғәт түгел. Минигта ҡатнашыусыларҙы тынысландыу маҡсатында полиция хеҙмәткәрҙәренә йәш ағыҙыусы газ ҡулланырға тура килгән. Президент һайлауҙарының икенсе туры 7 майға тәғәйенләнгән.    

ХХХ
Кореяның үҙәк банкы тарафынан сығарылған бер килоргамалыҡ «Алтын Путин» тәңкәһе тәүге тапҡыр ирекле һатыуға сығарылды. «Авито» сайтына иғлан биреүсе Александр исемле коллекционер бының өсөн 5 миллион һум хаҡ һораған. Барлығы ун даналағы ҡиммәтле тәңкәләр Ким Чен Ир менән Владимир Путиндың 2002-се йылдағы осрашыуы хөрмәтенә баҫтырылған булған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика