ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 27.03.2017 27.03.2017

Бөгөндән водитель таныҡлығын күп функциялы үҙәктәрҙә алмаштырырға мөмкин. Был туралағы документ Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында донъя күрҙе. Әлегә тиклем таныҡлыҡ дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләрендә генә бирелә ине. Бынан тыш, тәжрибәһе булмаған водителдәр өсөн яңы төр сикләүҙәр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, руль артында ике йылдан аҙыраҡ ултырған автоһәүәҫкәрҙәргә башҡа автомобилде буксирға алыу рөхсәт ителмәй.  

Анкара властары Рәсәй туристарын паспортһыҙ ҙа ҡабул итергә әҙер. Был турала Төркиәнең сит ил эштәре министры Мәүлит Сыуаш оғлы белдергән. Уның фекеренсә, әле дәүләт етәкселәре араһында һөйләшеүҙәр үткәрелмәгән. Шулай ҙа бындай тәҡдим ике яҡ өсөн дә отошло булмаҡсы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылдың көҙөндә төрөк истребителе Рәсәйҙең "Су-24" самолётын бәреп төшөрҙө. Был хәлдән һуң Мәскәү менән Анкара араһындағы мөнәсәбәттәр һыуынды. 2016 йылдан Рәсәй төрөк граждандары өсөн визаһыҙ инеү мөмкинлеген туҡтатты.

ХХХ
Берлиндағы музейҙарҙың береһенән "Ҙур саған япрағы" тип аталған алтын тәңкә урланған. Ауырлығы 100 килограмм тартҡан аҡсаның номиналы 1 миллион доллар. Унда Бөйөк Британия королеваһы Елизавета Икенсенең һүрәте төшөрөлгән. Ғәҙәти булмаған тәңкәне баҫтырыу өсөн  яҡынса 3 миллион ярым доллар сарыф ителгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәр музейға тәҙрә аша ингән тигән һығымтаға килгән.  

ХХХ
Ҡырғыҙстанда мал һарайын йәшен атҡан. Бесән янып китеп, ут ағас ҡаралтыларҙы ялмап алған. Хужаларҙың бикле торған мал-тыуары - 30 һарыҡ һәм кәзәһе,  бер һыйыры янып үлгән. Урындағы халыҡ һуңғы йылдарҙа төбәктә йәшен атыу осраҡтарының йышайыуын белдергән. Былтыр йәй тәбиғәт ғәрәсәте бер юлы 120 һарыҡты юҡ иткән, тағы ла 150-ләп ваҡ мал ҡурҡышынан текә ҡаянан һикергән.  

ХХХ
Керлинг буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр донъя чемпионатында икенсе урынға сыҡты. Пекинда үткән ярыштың финалында ватандаштарыбыҙ һигеҙ эндта Канада вәкилдәренән генә отолдо. Ә инде өсөнсө баҫҡысҡа Шотландия керлингистары күтәрелде. Быға тиклем Рәсәй спортсылары донъя кимәлендәге бәйгеләрҙә өс йыл рәттән бронза миҙалдарға эйә булды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика