ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 26.10.2016 26.10.2016

Бөгөн иртән М-4 «Дон» трассаһында юғары тиҙлектә барыусы «Volkswagen» микроавтобусы урта һыҙатта туҡтап торған «Volvo» йөк автомобиленә барып бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә салонда ултырған  ете кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 6 пассажир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ҡорбандарҙың барыһы ла Тамбов өлкәһе эшҡыуарҙары. Улар тауар артынан Мәскәүҙәге баҙарҙарҙың береһенә китеп барған булған.

Сколковола асылған «Асыҡ инновациялар» форумын ваҡытлыса туҡтатырға тура килгән. Пленар ултырышта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев, вице-премьер Аркадий Дворкович, Хөкүмәт ағзалары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашҡан. Әммә бер нисә көслө тауыш яңғырағандан һуң, алып барыусы делегаттарҙы урамға сығырға тәҡдим иткән. Тикшереү һөҙөмтәләре электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныштан бинаның көмбәҙендә төтөн сығыуын күрһәткән.    

ХХХ
Ҡытайҙа бөгөндән самолеттар бортына Samsung Galaxy Note 7 смартфондарын  индереүҙе тыйғандар. Бындай ҡарар донъяның тағы ла  бер нисә илендә ғәмәлгә ингән. Мәҫәлән, Америкала хәүефле гаджеттарҙы һауа судноларында ғына түгел, шулай уҡ поездарҙа ла алып йөрөргә ярамай. Иҫегеҙгә төшөрөбеҙ, был төр телефондар август аҙағында ғына донъя баҙарына сыҡҡайны. Әммә зарядкала торған смартфондарҙың янып киткән осраҡтары йыш теркәлгән.  

ХХХ
Швецияла видео һәм фототехника менән йыһазландырылған квадрокоптерҙары видеокүҙәтеү ҡоролмаларына тиңләгәндәр. Шуға ла уларҙы ҡулланыу өсөн хәҙер ҡиммәтле лицензия талап ителә. Закон буйынса, ошондай осоусы аппараттарҙы хатта журналистар менән фотохәбәрселәр ҙә элекке кеүек иркен ҡуллана алмаясаҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 2014 йылда ғына  илдә 20 меңдән ашыу ошондай ҡоролма  һатылған.

ХХХ
Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы өсөн махсус яҡтыртҡыс һәм тауыш сигналдары менән йыһазландырылған автомобилдәр һанын арттырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған документҡа ярашлы, бындай «мигалкалы» транспорт саралары хәҙер 12-гә еткән.  Әлегә тиклем ил парламентында 8 автомобилгә  генә ошондай  махсус ҡоролма ҡуйыуға рөхсәт бирелгән булған.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика