ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 25.10.2016 25.10.2016

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары бөгөн Ялтала асылған  «Ғәмәлдәр форумы. Ҡырым» тип аталған  осрашыуға йыйылды. Ике көнлөк сарала илдең төрлө төбәктәренән 350-нән ашыу делегат ҡатнаша. Осрашыуҙың тәүге көнөндә улар бер нисә төркөмгә бүленеп белем биреү, йәшәү сифаты һәм һөҙөмтәле иҡтисадҡа арналған темалар буйынса төплө фекер алышты. Иртәгә форумға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың килеүе көтөлә.  

Уҙған төн Пакстанда ҡоралланған өс кеше полиция академияһының күнекмәләр үҙәгенә һөжүм иткән. Улар 250-гә яҡын курсантты аманатлыҡҡа алған. Террорсыларға ҡаршы операция барышында 59 кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла йөҙҙән ашыуы төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Үлем ҡайыштары тағыусы боевиктар шунда уҡ юҡ ителгән. Фажиғә өсөн  яуаплылыҡты Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте үҙ өҫтөнә алған.

ХХХ
Болгарияла Ҡара диңгеҙ төбөндә дүрт тиҫтәләп боронғо дәүер карабы табылған. 150 метр тәрәнлектәге суднолар зыяратына осраҡлы рәүештә халыҡ-ара геофизиктар тап булған. Улар караптарҙың  яҡшы хәлдә булыуын билдәләгән. Ғалимдар заманса технологиялар ярҙамында бер нисә кәмәнең 3D-моделен төҙөгән.  

ХХХ
Ҡытайҙа Эске Монголия районы властары урындағы күлдәрҙең береһендә 233 аҡҡоштоң үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған. Был турала Синьхуа агентлығы хәбәр итә. Ҡоштарҙың күпләп ҡырылыуы Ҡытай йәмәғәтселегендә ҙур резонанс тыуҙырған. Фажиғәнең сәбәбен  белгестәр һыуҙың сифатына бәйләй. Шулай уҡ һәләкәттә браконьерҙарҙың да ғәйебе булыуы ихтимал.

ХХХ
Һиндостандан 34 йәшлек Амандип Сингх донъяның 50 рекордын яңыртырға иҫәп тота. Шулай итеп ул Ер шарының иң көслө кешеһе булырға хыяллана. Әлегә Амандип үҙ оҫталығын 11 төрҙә уңышлы һынаған. Атап әйткәндә, ул йоҙроҡ менән 53 шешәне яра һуҡҡан, ҡулдары менән 20 мотоциклға ҡаршы торған, өҫтөнән йөк автомобиле үтеп киткән. Урындағы халыҡ спортсыға "Ҡорос кеше" тигән исем таҡҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика