ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 25.05.2017 25.05.2017

24 майҙа ил президенты Владимир Путин, май указдарына инмәгән, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын индексациялауҙы тәҡдим итте. Бөгөн билдәле булыуынса, ил буйынса яҡынса 5 миллион 800 мең кешенең эш хаҡы арттырыла. Уларҙың бер миллион 900 меңе федераль учреждениеларҙа, ә 3 миллион 900 мең кеше төбәк һәм муниципаль ведомстволарҙа эшләй.  

Рәсәйҙә 200 һәм 2000 һум номиналдағы ҡулаҡсалар октябрҙә әйләнешкә индереләсәк. Был турала Рәсәйҙең Үҙәк банк рәйесе урынбаҫары Георгий Лунтовский белдерҙе. Яңы купюралар әйләнештә оҙағыраҡ булһын өсөн, уларҙы эшләүҙә яңы алымдар ҡулланыла. 200 һәм 2000 һумлыҡтарҙа Алыҫ Көнсығыш һәм Севостоплдең символдары буласаҡ.

ХХХ
Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты, беренсе уҡыуҙан уҡ хеҙмәт кондексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Уларға ярашлы Дәүләт йәки муниципаль медицина ойошмаһы етәксеһе һәм уның урынбаҫары вазифаларына, 65 йәштән өлкән кешеләр тәғәйенләнә алмай. Үҙгәрештәр кадрҙар алмашыныуын һәм кадрҙар күсәгилешлеген маҡсат итеп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта коллектив ҡарары буйынса 70 йәшкә тиклем эшләү мөмкинлеге бар.

ХХХ
22 майҙа Британияның Манчестер ҡалаһында ойошторолған терактта ғәйепләнеүсе Салман Абеди, илгә Төркиә аша килгән, тип хәбәр итә Finansal time гәзите. Британияға ул терактҡа тиклем 4 көн алда килгән. Манчестерҙа, Париж һәм Брюссель ҡалаларындағы кеүек шартлатҡыс ҡулланылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Теракт ғәмәлендә 22 кеше һәләк булған, 50 ашыу кеше яраланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика