ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 24.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 24.11.2016 24.11.2016

Федераль именлек хеҙмәте Севастополдә Ҡара диңгеҙ флотының элекке штаб хеҙмәткәрен ҡулға алыуы тураһында хәбәр итте. Тәртип һаҡлау органдары уны шпионлыҡта ғәйепләй. Ҡулға алыныусының Украина оборона министрлығы ҡушыуы буйынса Рәсәй ҡораллы көстәре тураһында йәшерен мәғлүмәт туплауы асыҡланған.

Назрань ҡалаһындағы террорға ҡаршы операция барышында бөгөн ике террорсы юҡ ителде. Улар йәшеренгән йортта күп һанлы ҡорал һәм Рәсәйҙә тыйылған "Ислам дәүләте" террор төркөмөнөң символикаһы табылған

ХХХ
Ҡытайҙа төҙөлөш барған электр станцияһының стеналары ишелеп 70 кешенең ғүмере өҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн Цзянси провинцияһында теркәлде. Ваҡиға урынында ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Һәләк булыусылар исемлеге тағы ла артыуы ихтимал тигән фекерҙә белгестәр.

ХХХ
Европа парламенты депутаттары Төркиәне Европа берлегенә алыу тураһында һөйләшеүҙәрҙе туҡтатыу өсөн тауыш бирҙе. Был аҙымын улар рәсми Анкараның илдәге уңышһыҙ  хәрби түңкәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата  саманан тыш ҡаты саралар ҡулланыуына ризаһыҙлыҡ белдереүе менән аңлата.

ХХХ
Израилдә көслө урман янғындары сәбәпле, меңдәрсә кеше йәшәгән урындарын ташлап китергә мәжбүр. Ут Хайфа ҡалаһына янай. Властар эвакуация иғлан иткән. Утлы өйөрмә менән көрәшкә янғын һүндереүселәр һәм Израиль армияһы хәрбиҙәре йәлеп ителгән. Бөгөн илдең премьер-министры Беньямин Нетаньяху Рәсәй Президенты Владмир Путинға шылтыратып урман янғыны менән көрәштә ярҙам күрһәтеүҙе үтенде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика