ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 23.11.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 23.11.2017 23.11.2017

Бөгөн ил башлығы Владимир Путин Судан президенты Омар әл-Бәширҙе ҡабул итте. Сочи ҡалаһында үткән осрашыу барышында һүҙ ике ил араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында барҙы. Атап әйткәндә Рәсәй Африка иленә һатылған иген күләмен миллион тонға тиклем еткерергә иҫәп тота. Судан лидеры Владимир Путинға ғәрәп илдәрендә тәртип урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Дәүләт Думаһы депуттары өсөнсө уҡыуҙа торлаҡ коммуналь хужалығы квитанцияларында баҫтырылған рекламаны тыйыу тураһындағы законды ҡабул итте. Был аҙымға халыҡ һайланыусыларын граждандарҙан килгән күп һанлы ялыуҙар этәргән. Ҡанун үҙ көсөнә ингәндән алып, түләү документтарында тарифтар һәм хеҙмәтләндереүсе ойошма тураһындағы мәғлүмәт кенә баҫтырыу рөҡсәт ителәсәк.

ХХХ
Киевта ахыр сигенә еткән халыҡ автомобилен юлды ҡаплап магазинға кереп киткән затлы машина хужаһын туҡмаған. Хәбәр ителеүенсә, юл уртаһында парковкаланған БМВ Х6 арҡаһында 1 автобус һәм тиҫтәләгән трамвай хәрәкәт итеүен туҡтатырға мәжбүр булған. Асыуланған халыҡ полиция килеп еткәнен көтмәй иғтибарһыҙ водителде үҙ аллы язаға тарттырған.  

ХХХ
Американың Калифорния штаты губернаторы 38 йыл төрмәлә ултырған 70 йәшлек ирҙе азат итеү тураһында указға ҡул ҡуйған. Крейг Ричард Коули 1980 йылда гражданлыҡ ҡатын менән уның балаһын үлтереүҙә ғәйепләнеп присяжныйҙар суды тарафынан ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителә. Әммә оҙаҡ йылдар үтеү менән тәфтишсе Коулиҙың ғәйебендә шикләнә башлай. Һәм енәйәт урынында табылған дәлилдәргә ДНК анализы эшләтә. Һөҙөмтәлә үлтереү ҡоралында бөтөнләй икенсе кешенең эҙҙәре булыуы асыҡлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика